Иҡтисад
15 Август 2021, 16:00

"Инвестициялар – беҙҙең даими хәстәр"

Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең инвестиция эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

"Инвестициялар – беҙҙең даими хәстәр""Инвестициялар – беҙҙең даими хәстәр"
"Инвестициялар – беҙҙең даими хәстәр"

Республика Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең инвестиция эшмәкәрлеге хаҡында яҙып сыҡты.

"Инвестициялар – беҙҙең даими хәстәр. Тик күберәген иҡтисадҡа сит ил капиталын йәлеп итеү хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ, ә бит үҙебеҙҙең инвесторҙар ҙа көн һайын ҡаҙнаға аҡса килтерә, һәм беҙ уларға уңайлы шарттар тыуҙырырға тейешбеҙ, – тигән ул. – Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең "Дәүләттең иң ҙур ярҙамы – уның ҡамасауламауы" тигәнен ишетергә тура килә. Уларҙы аңлайым, әммә хәҙерге заманда дәүләтһеҙ иҡтисадты төҙөп булмай: ҙур һәм мөһим проекттар күп аҡса талап итә. Дәүләт бында, матди ярҙамдан тыш, ландшафт, норматив база, инфраструктура, уйлағанды бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыу менән дә ярҙамлаша. Өфөнөң Көньяҡҡа сығыу юлы – быға сағыу миҫал. Ҙур инвестиция проекты дәүләт ярҙамында бойомға ашырылды.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән эш алып барғанда төп ролде бизнес-шерифтарға тапшырабыҙ, әммә үҙебеҙ ҙә эште контролдә тотабыҙ: райондарға сығабыҙ, мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, тәғәйен маҡсаттарға инвестиция эҙләйбеҙ. Быйыл мин республиканың 20 район һәм ҡалаһында булдым, шул иҫәптән бер нисә тапҡыр Сибайға барҙым. Тыуған яғымдағы тормош сифатын яҡшыртыу – шәхси бурысым. Көньяҡ Уралды үҫтереү буйынса яңы программа булдырҙыҡ. Социаль объекттар, мәктәп, балалар баҡсалары төҙөүгә айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Июнь башында ПМЭФ-2021 сараһында Көньяҡ Уралда мелиорация системалары эшләү буйынса килешеү төҙөнөк. Был йүнәлеш хәҙер көн үҙәгендә. 

Хәбиров командаһы башҡа ҙур проекттар буйынса ла эш алып бара. "Сибай – Сара" тимер юл тармағын булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Ул Баймаҡ һәм Хәйбулла аша үтәсәк. Төйәләҫ ятҡылығы оҙаҡ йылдарға предприятиеның сеймал мәсьәләһен хәл итеп кенә ҡалмай, Сибай агломерацияһына инвестиция ла булып тора. Бынан тыш, Көньяҡ Уралда өҫтәмә һалым һәм башҡа стимул биргән преференциялар булдырырға йыйынабыҙ. Был эш күп ваҡыт талап итә.

Быйыл ОЭЗ һәм ТОСЭР ярҙамында республикаға 9 миллиард һум йәлеп иттек, яңы 856 эш урыны булдырҙыҡ. Башҡортостан, иҫләһәгеҙ, инвестиция мөхите буйынса Рәсәйҙә алдынғы бишәү иҫәбенә инде.

Күптән түгел Әбйәлил районына эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президенты Владимир Путин инвестиция йүнәлешендәге эшебеҙҙе юғары баһаланы. Уның ышанысын аҡларға кәрәк.

Бер айҙан Көньяҡ Уралда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк. Беҙ унда яҡынса 79,5 миллиард һумға 20 килешеү төҙөргә йыйынабыҙ. Был 2,6 мең яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә.

Был сара – беҙҙең өсөн инвестиция буйынса бер йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһау ҙа, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү майҙаны ла. Социаль яҡтан яуаплы бизнес алып барған инвесторҙарҙы йәлеп итергә тырышабыҙ. Республиканың яҡты киләсәген ҡайғыртҡандарға ярҙам ҡулы һуғырға әҙербеҙ".

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас