Иҡтисад
16 Август 2021, 08:00

Өлкәндәргә – йәрминкә, балаларға – уйын

"Йәрминкәләрҙе ҡышҡа тиклем аҙна һайын ойошторорға кәрәк”, – тип теләген белдерҙе депутат.

Өлкәндәргә – йәрминкә, балаларға – уйынӨлкәндәргә – йәрминкә, балаларға – уйын
Өлкәндәргә – йәрминкә, балаларға – уйын

Благовещен ҡалаһындағы Мәҙәниәт үҫеше үҙәге бинаһы алдында республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы төрлө саралар ойошторҙо. Майҙандағы йәрминкәлә урындағы етештереүселәрҙең һәм фермерҙарҙың сифатлы аҙыҡ-түлеге тәҡдим ителде. Һөт ризыҡтары, бал, ит деликатестары, йәшелсә һәм еләк-емеште ҡала халҡы рәхәтләнеп һатып алды.

Түләүһеҙ юридик ярҙамдың ойошторолоуы файҙалы булды, белгестәр ҡатмарлы мәсьәләләрҙе яйға һалыу йәһәтенән кәңәштәр, аңлатма бирҙе. Ҡайһы берәүҙәр Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы белгестәренә мөрәжәғәт итте. Мәҫәлән, Галина Иванова әйтеүенсә, ул, ниһайәт, хирургтан консультация алған. ”Бик оҙаҡ белгестәргә күренә алмай йөрөнөм, ә республика дауаханаһына барырға форсат булманы. Бөгөнгө саранан бик ҡәнәғәтмен, ул йышыраҡ ойошторолһа ине”, – тигән теләк белдерҙе ханым.

Ата-әсәләр тыныс күңел менән йөрөһөн өсөн балаларға уйындар, команда ярыштары, турнирҙар һәм викториналар ойошторолдо. Благовещенда йәшәүсе Гөлнара Харисова ҡыҙы менән килгән. “Сара бик яҡшы ойошторолған, барыбыҙға ла оҡшаны. Әгәр тағы үткәрелһә, мотлаҡ киләсәкбеҙ”, – тине ул.

Рәсәйҙең VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин билдәләүенсә, йәрминкәләр менән бергә халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү ойошторолған сараларға ихтыяж артасаҡ. "Кешеләр сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алһа, фермерҙар үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итеү өсөн уңайлы сауҙа майҙанына эйә буласаҡ. Уларға сауҙа селтәре кәштәләренә эләгеүе еңел түгел. Йәрминкәләрҙе ҡышҡа тиклем аҙна һайын ойошторорға кәрәк”, – тине ул.

 

Фото: "Бәйләнештә" сайтындағы сәхифәнән.

 

 

 

Өлкәндәргә – йәрминкә, балаларға – уйын
Өлкәндәргә – йәрминкә, балаларға – уйын
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас