Иҡтисад
19 Августа 2021, 14:45

"Һәр проект ҡаланы яҡшы яҡҡа үҙгәртә"

Биләмә халҡы республика етәкселегенә һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенә “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

"Һәр проект ҡаланы яҡшы яҡҡа үҙгәртә""Һәр проект ҡаланы яҡшы яҡҡа үҙгәртә"
"Һәр проект ҡаланы яҡшы яҡҡа үҙгәртә"

Яңауыл ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров күп ҡатлы йорттар биләмәһен төҙөкләндереү барышы менән танышты.

Еңеү урамындағы 60-сы, Октябрь урамындағы 4-се, Ломоносов урамындағы 1-се йорттар биләмәләрен “Башҡорт ихаталары” республика программаһына ярашлы төҙөкләндерәләр.

Ойоштороу эше комплекслы алып барыла. 2020 йылда подъездарҙы ремонтлай башлағандар. Шуларҙың береһе, Еңеү урамындағы 60-сы йорт “Күп ҡатлы йорттағы иң яҡшы подъезд” республика конкурсы призеры булды. Быйыл ихаталарҙы яңыртыуға тотонғандар. Проектҡа ярашлы 11 миллион һумға инженер коммуникацияларын яңыртҡандар, үтеү юлдарын киңәйткәндәр, туҡталҡалар булдырылған, балалар һәм спорт майҙандарына урын әҙерләнгән. 1 октябргә тиклем эште тамамламаҡсылар.

Биләмә халҡы республика етәкселегенә һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенә “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ Яңауыл районы хакимиәтенең төҙөкләндереү эшен комплекслы алып барыуы, сифатын аныҡ контролләүе билдәләнде.

– Ихатағыҙ иркен һәм матур, – тине Радий Хәбиров, биләмәне ҡарап сыҡҡандан һуң. – Тормошҡа ашырылған һәр проект менән ҡала яҡшы яҡҡа үҙгәрә.

Фото: "Башинформ".

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас