

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары” йәмәғәт киңлектәре системаһын төҙөкләндереү тамамланған Яңауыл ҡалаһында булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект 2020 йылда бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды һәм 70 миллион һум күләмендә федераль грант алды. Дөйөм хаҡы, республика һәм муниципалитет бюджетынан финанслауҙы иҫәпкә алып, 179 миллион һум тәшкил итте. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа төҙөкләндереүгә берҙәм ҡушылды. Проект Шыршы майҙанын сауҙа урамы, Тимер юлсылар скверы һәм вокзал менән бәйләргә ярҙам итте. Хәҙер Шыршы майҙаны йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Бында япмалы сәхнә, эскәмйәләр, тамаша майҙаны булдырылған, балалар өсөн уйын майҙаны, скалодром, оҫтахана, мобиль китапхана бар. Шыршы майҙанынан вокзал биләмәһенә тиклем сауҙа урамы буйлап милли биҙәктәр өлгөләре һүрәтләнгән тротуар һуҙылған, яҡтылыҡ үткәрелгән, өс меңдән ашыу ағас ултыртылған.
Бында 54 сауҙа һәм хеҙмәттәр объекты эшләй. Дизайндың бер төрлөлөгө күҙгә сағыла. Сауҙа урамында йәрминкәләр үткәрелә, уларҙы ойоштороуҙа республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡатнаша. Радий Хәбиров йәрминкәлә ҡатнашҡан эшҡыуарҙар менән аралашты, сауҙа нөктәләренең биләмәне йәнләндереүен билдәләне.
Тимер юлсылар скверында “Ике ауыл”, ”Мегаполис”, “Часовня” архитектура композициялары урынлаштырылған. Үҙәктә – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарына – тимер юлсыларға ете метр оҙонлоғондағы һәйкәл.
Республика ҡунаҡтарын вокзал эргәһендә “Башҡортостандың тимер ҡапҡалары” проекты символы ҡаршы ала. Ул ҡаланың иҫтәлекле һәм фотоға төшөү өсөн уңайлы урынына әүерелгән.
– Иң яҡшы төҙөкләндереү проекттарына арналған Бөтә Рәсәй конкурсы – бик яҡшы һәм мөһим ваҡиға, – тине Радий Хәбиров. – Уның төп бурысы – халыҡҡа уңайлы булһын өсөн бер биләмәлә йәмәғәт киңлектәрен, учреждениеларҙы, бизнесты берләштереү.
Радий Хәбиров шулай уҡ “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте филиалы – Горький тимер юлының баш инженеры урынбаҫары Виктор Мирошниченко менән фекер алышты. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, тимер юл вокзалы аша ҙур йөк һәм пассажирҙар ағымы үтә. “Пассажирҙар ағымы пик сәғәтендә тәүлегенә бер мең кешегә етә, – тине Виктор Мирошниченко. – Бында илдә иң яҡшы юл ремонтлау предприятиеһы эшләй, урындағы бюджетҡа 30 миллион һум аҡса күсерә”.
Олег Яровиков фотолары.