Иҡтисад
20 Август 2021, 06:54

Ауылбашы баҫыуы һабантуйҙай гөрләй

Саҡмағош районы хужалыҡтары игенде юғалтыуһыҙ йыйыуға бар көсөн һалған.

Башҡортостанда ураҡ тамамланыуға табан бара. Республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, 18 авгусҡа бөтәһе 1 миллион 200 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғылған, 1 миллион 637 мең тонна уңыш алынып, бураларға һалынған. Айырыуса Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Илеш, Саҡмағош райондары алдынғылыҡты бирмәй.

Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда агросәнәғәт комплексына айырым туҡталды. “Иҡтисад темаһын дауам итеп, шуны әйтмәксемен: беҙҙе иң ҡыуандырған тармаҡ – ауыл хужалығы. Беҙ Рәсәйҙең игенгә бай төбәктәренең береһе булараҡ статусын нығыттыҡ”, – тине Радий Фәрит улы.

Саҡмағош районы хакимиәте башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Реканс Ямалиевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, хужалыҡтарҙа ураҡтың иң ҡыҙыу осоронда баҫыу батырҙары тәүлектең һәр сәғәтен файҙалы итеп үткәреү өсөн ныҡ тырыша, игенде юғалтыуһыҙ йыйып алыуҙы үҙҙәренә төп маҡсат итеп алғандар.

Иге-сиге күренмәгән Ауылбашы баҫыуына яҡынлашҡанда, төньяҡ тарафта ҡара болоттар ҡуйырғанын күреп, “Үҙәк” машина-технология станцияһының Саҡмағош районындағы “Знамя” бүлексәһе идарасыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рушан Усманов былай тине:

– Беҙҙә һуңғы тапҡыр һәйбәт ямғырҙар июндә генә яуҙы, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бойҙайҙы яҡшы итеп үҫтереп алыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырҙыҡ. Әлбиттә, иген культураларының гектар ҡеүәте былтыр 49 центнерға етһә, быйыл 36 центнерҙан артмай. Әле туҡ башаҡтар тураһында һағынып һөйләргә генә ҡалды. Ҡамылдың нәҙеклегенә һәм һирәклегенә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Ямғыр хәҙер ҡойоп яуһа ла ризабыҙ.

Алға китеп, шуны еткерәбеҙ: бын­да беҙ булып киткәндән һуң күп тә үтмәгән, ямғыр һибәләп үт­кән. Аяҡтарығыҙ еңел икән, тип һу­ңы­нан мәркәләп шылтыраттылар.

“Үҙәк” машина-технология стан­цияһының Саҡмағош районындағы “Знамя” бүлексәһендә урып йыйыу йылдам бара. Ужым бойҙайы менән арышты күптән йыйып бөткәндәр, гектарынан уртаса 25 центнер уңыш алғандар. Комбайнсылар яҙғы бойҙайҙы яҫмаларға һалмай, ә тура һуға.

“Нью-холланд” маркалы комбайндар һалам өйөмдәрен ҡалдырмай, ә шунда уҡ һабаҡтарҙы тураҡлап, баҫыуға ашлама итеп тарата. Ысынлап та, урып-йыйыу комбайндарының сәғәт шикелле эшләүе, баҫыу батырҙарының кәйефе шәплеге, водителдәрҙең ялан менән ырҙын юлына саң ҡундырмауы – барыһы ла киләсәккә ышанысты арттыра. Ирекһеҙҙән “Икмәк булһа, йыр ҙа булыр” тигән мәҡәл иҫкә төшә.

Рушан Ривнер улы билдәлә­үенсә, был хужалыҡ ике йүнәлештә – үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла – алдынғылыҡты бирмәй. Дөйөм ауыл хужалығы ерҙәре – биш мең гектар тирәһе, шуның өстән ике өлөшөнә иген сәсәләр. Бынан тыш, шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, көнбағыш, бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үлән үҫтереп, файҙаһын күрәләр.

“Знамя” бүлексәһе етәкселеге Тамъян, Яңы Ҡото һәм Бикмәт ауылдары халҡын эш менән тәьмин иткән, бөтәһе 70-кә яҡын кеше ер эшкәртә, иген сәсә, бесән саба.

– Тырыштарҙы һәр йәһәттән дә дәртләндереү сараларын күрәбеҙ, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Ураҡ тамамланыу менән йомғаҡ яһайбыҙ, уңғандарға, эш хаҡына ҡушып, ҙур ғына кимәлдә премия бирәбеҙ. Ауыл өсөн яҡшы ла инде, өҫтәүенә, һәр хеҙмәткәр шәхси хужалыҡ тота. Оҙон аҡса тип Себерҙә йәки бүтән сит яҡта бил бөгөү кәрәкмәй.

Ирек Мөхәмәҙиев, Рәнис Мәх­мүт­йәнов, Башҡортостандың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рафиҡ Сәлимов, Инзир Әбйәлилов, Ләйсән Мөхәмәҙиева, Айҙар Хәмәтдинов, Миләүшә Мусина, Илмир Маликов һәм башҡалар тураһында тик маҡтау һүҙҙәре әйтелде.

Райондағы тағы ла бер өлгөлө хужалыҡ – “Заря” ауыл хужалығы етештереү кооперативы – менән таныштырҙылар. Бында башлыса район үҙәге Саҡмағош ауылы халҡы йыйылған. “Заря” 148 кешене эшле, тимәк, ашлы иткән. Малсылыҡ һәм үҫемлекселек өлкәләрендә махсуслашҡандар.

– Беҙҙә ураҡ нисек ыңғай башланһа, шулай уҡ дауам итә. Бер тотонһа ни, ныҡышмалдар кампанияны тиҙ арала тамамлап та ҡуя, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша “Заря” ауыл хужалығы етештереү кооперативы баш агрономы Азат Ғайсин. – Йыл ҡоро килде, һүҙ ҙә юҡ, ижтиһад һалдыҡ, байтаҡ тир сыҡты. Эйе, ашлыҡтың гектар ҡеүәте 2020 йылдағыға ҡарағанда кәмерәк, әммә хәҙер игенде юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы мөһим.

“Заря” хужалығы етәкселеге алмаш мәсьәләһен даими хәстәрләй. Мәҫәлән, Рәнис Мәғәлимов, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағас, йәш белгес сифатында ошо кооперативтан саҡырыу алған. “Ә ниңә тыуған яҡҡа ҡайтмаҫҡа?” Оҙаҡ уйламай, Саҡмағошҡа юлланған егет. Башта йөҙ мең һум күләмендә аҡса бирелгән, етмәһә, бер нисә йыл, эш хаҡына ҡушып, дүрт мең һумға яҡын өҫтәмә түләү башҡарылған. Рәнис Рәмзи улы әле – баш зоотехник. Ғаиләһендә кәләше Алина менән Юлиана һәм Эмилия исемле ҡыҙҙар тәрбиәләй.

 

- Илдар АҠЪЮЛОВ.

 

Саҡмағош районы.

Читайте нас