Иҡтисад
20 Август 2021, 06:52

Бөртөкләп йыйыла иген

Ҡоролоҡҡа ҡарамай, Баймаҡ баҫыуҙарында комбайндар геүләй.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Быйылғы йәй ҙә игенсе өсөн оло һынау булды. Көньяҡ Урал райондарында дүртенсе йыл рәттән ҡоролоҡ.

Ямғыр яумауы, көндәрҙең эҫе тороуы төбәк аграрийҙарына мал аҙығы әҙерләүҙә ҙур проблемалар тыуҙырҙы, хәҙер килеп иген баҫыуҙары ҡыуанырлыҡ түгел – башаҡтар бушыраҡ, һабаҡтары ҡыҫҡа. Был Баймаҡ игенселәренең кәйефен бер аҙ төшөрһә лә, баҫыуҙарҙа комбайндар геүләүе күңелдәрҙә өмөт уята.

...Тәпәшерәк булып үҫеүенә ҡарамаҫтан, игендең елгә шаулауы, бер-бер артлы теҙелгән өс комбайндың “йыр”ына ҡушылып, үҙе бер сихри көй барлыҡҡа килтергәндәй тойола. Ошо илаһи күренеште бер аҙ күҙәтеп торған­дан һуң “баҫыу караптары” килеп тә етте. Уларҙың янына барып, фермерға һәм комбайнсыларға бер нисә һорау бирергә форсат тейҙе.

Рәшит Яхин – данлыҡлы игенсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм ике Ленин ордены кавалеры Риза Яхиндың өлкән улы. Атаһының юлын лайыҡлы дауам итеп, бөгөн районда танылған игенселәрҙең береһе һанала. Ысын ер хужаһы һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе лә ул. Үҙенең бөтә хеҙмәт һәм тормош юлын Сосновка ауылы менән бәйләгән, игенсе хеҙмәтенең барлыҡ нескәлектәрен үҙләштергән. Баймаҡ ҡалаһының 29-сы училищеһын һәм “Йылайыр” совхоз-техникумын уңышлы тамамлап, хеҙ­мәт юлын механизатор булып башлаған Рәшит Риза улы данлы игенселәр илен – “Йылайыр” иген фабрикаһын – тәшкил иткән ялан зонаһын үҫтереүгә тос өлөш индерә.

Республикала данлы тарихы, эшһөйәр халҡы, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙары, йөҙҙәрсә тонна иген үҫтереүе генә түгел, ошо төбәктең ауыл хужалығы тармағында яҡты эҙ ҡалдырған, күкрәктәрендә “Алтын Йондоҙ” балҡыған данлыҡлы игенселәре – Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Василий Солонин, Әғләм Нәҡиев һәм Риза Яхин кеүек ялан батырҙары – менән дә танылған Баймаҡ төбәге. Бөгөн фермерҙар Айрат Шәрәфетдинов, Борис Фролов, Рәшит Яхиндар данлыҡлы игенселәрҙең юлын лайыҡлы дауам итә.

Рәшит Риза улы бала саҡтан атаһының комбайнынан төшмәй: уның штурвалына ултырып, ихлас ярҙамлаша. Артабан ҡустылары Илфат, Ришат, Зөфәр ҙә атаһына һәм ағаһына алмашҡа килә. Ә бөгөн ағалары Рәшит кенә атаһының хеҙмәт батырлығын ҡабатлай. Төрлө йылдарҙа ул райондың һәм республиканың йәш механизаторҙары араһында яҙғы сәсеү, уңыш йыйыу, йөк ташыу буйынса хеҙмәт ярыштарында рекордлы күрһәткестәргә өлгәште. Оҙаҡ йылдар баҫыусылыҡ бригада­һына етәкселек итте, тирмән мөдире булып та эшләне. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Рәшит Яхин “Йәш гвардиясы”, “Алтын башаҡ” маҡтаулы билдәләре, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы, Рәсәй ауыл хужалығы ҡаҙанышта­ры күргәҙмәһенең бронза миҙалы, ВЛКСМ-дың юғары наградалары менән бүләкләнде. Шулай уҡ Ленин комсомолы премияһы лауреаты булды, ВЛКСМ-дың өлкә комитеты­на һәм Профсоюздарҙың өлкә советына ағза итеп һайланды. ВЛКСМ-дың XX съезында ҡатнашты...

Колхоз-совхоздар тарҡалып, көслө иген фабрикаһы  юҡҡа сыҡҡас, бер аҙ баҙап ҡала ул. Әммә иген сәсеүҙән башҡаны белмәгән геройым 2008 йылда фермерлыҡ йүнәлешен аса. Үҙ эшен ни бары 50 гектар ерҙе ҡуртымға алып башлай ул. Аҡрынлап иген сәсеү майҙандары күбәйә, пайсыларҙың ерен ҡуртымға ала. Фермер быйыл 650 гектар майҙанда иген культуралары сәскән, уның күбеһен йомшаҡ сортлы бойҙай тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер фермерҙар техник культураларға, йәғни етен, көнбағыш, рапс һәм ноҡот борса­ғына өҫтөнлөк бирһә, Сосновка фермеры игенсе асылына хыянат итмәй, иген сәсеүен дауам итә һәм отолмай ҙа, сөнки тап дала зонаһында ғына бойҙайҙың ҡаты һәм йомшаҡ сорттарынан юғары уңыш алырға мөмкин.

– Йыл үтә ауыр килде: апрелдән алып ҡыҙҙырҙы, орлоҡто ергә сәсеү менән бер тамсы ямғыр яуманы. Нисәмә йыл иген үҫтереп, бар уңышты бер аҙнала йыйып алған осор бығаса булманы. Бөгөн-иртәгә тамамлайбыҙ ураҡты. Игенде йыйып алып, киләһе йылға тағы ла өмөтләнеп, етерлек күләмдә орлоҡ һалынды, ҡалғанын Сибай ҡалаһының “СИТНО” элеваторына тапшырҙыҡ, әле арпаны йыйып бөтһәк, комбайндарҙы таҙалап, ултыртып ҡуябыҙ инде, – ти Рәшит Риза улы.

Әйткәндәй, фермерҙың техника­һына иғтибар итеп, шуны раҫларға була: бында элекке совет осоронан ҡалған комбайн, машина һәм тракторҙар бөгөн дә үҙ бурыстарын теүәл үтәй. Мәҫәлән, “Нива” комбайны, “ЗиЛ” автомобиле... “Үҙем кеүек, техникам да совет осороноҡо. Быларҙың ҡеүәте лә шәп, запчасть табыуы ла еңел”, – тип йылмая әңгәмәсем.

Улы Иршат атаһына бар яҡлап ярҙам итә. Ул, Башҡортостан дәү­ләт аграр университетын уңышлы тамамлап, яҙмышын,  олатаһы һәм атаһы кеүек, ер менән бәйләргә ҡарар иткән. Ваҡытлыса эшкә бүтән төбәктән эшселәр йәлеп ителә, улар хужаның йорто янындағы бәләкәй өйҙә йәшәй. Алтынсы йыл рәттән комбайн штурвалына ултырған Азамат Моратов, Фәнис Танһыҡҡужин һәм Зәйнулла Йәнсурин игендең бөртөгөн дә ҡалдырмай йыйып алыуҙа ысын хеҙмәт батырлығы күрһәтә, уны ташыуҙа механизатор Рауил Вәли­ев менән водитель  Ринат Иҫәнбаев һынатмай. Әйткәндәй, Иршат Яхин менән Рауил Вәлиевте беҙ юлда фотоға төшөрөп алдыҡ, улар күрше Күлтабан ауылы пайсыларына иген илтеп ҡайтып килә ине.

Фермерҙың ҡатыны Миңзифа Яхина менән ҡыҙы Рәшиҙә ялан батырҙарына көнөнә дүрт тапҡыр тәмле аш-һыу әҙерләй. Эшселәргә көн һайын мунса яғыла.

Гектар ҡеүәте ни бары 3-4 центнер булыуға ҡарамаҫтан, Рәшит Риза улының кәйефе күтәренке. Быйыл ундай күрһәткес тә насарҙан түгел, ти ул. Күкрәгендә “Алтын Йондоҙ” балҡыған данлыҡлы игенсенең улы булыуы менән дә, Ирша­тының атаһы юлын дауам итеүе өсөн дә хаҡлы ғорурлана Рәшит Яхин. Ысынлап та, игенселәр династияһын лайыҡлы дауам иткән ер кешеләре улар.

Ал-ял белмәй эшләргә күнеккән, икмәк ҡәҙерен белгән Баймаҡ игенселәренең, тәбиғәт ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамай, ошондай ауыр шарттарҙа ла уңыш йыйыуға төшөүе – үҙе оло батырлыҡ!

 

- Кәримә УСМАНОВА.

 

Баймаҡ районы.

Читайте нас