

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Битум” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идарасыһы Дмитрий Донцов Салауат ҡалаһында 60 мең тонна битум һаҡлай алыусы яңы резервуар паркын асыу тантанаһында ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Заманса битум материалдары” етештереү берекмәһенең инвестпроекты 2019 йылдың авгусында “Инвестсәғәт” ултырышында хупланғайны. Төҙөлөшкә 600 миллион һум сығым китте, яңы объектта 20 эш урыны булдырылды.
Дмитрий Донцов әйтеүенсә, резервуар паркы битумға хаҡтың кинәт үҙгәреп тороуына юл ҡуймау, шулай уҡ юл төҙөү һәм ремонтлау осоронда республиканың подряд ойошмаларын продукция менән тулы күләмдә тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.
Тантаналы асыу церемонияһы видеконференция элемтәһе режимында үткәрелде. Республика етәксеһе предприятие коллективын проекттың инвестиция фазаһы тамамланыуы менән ҡотланы һәм уңышлы эш теләне.
“ Беҙҙең идара итеү командаһы төбәк сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, шуға күрә был объектты файҙаланыуға тапшырыу – республика өсөн ҙур ваҡиға, – тине Радий Хәбиров. – Мин проекттың башланғысы менән сығыш яһаған компаниялар төркөмөнә рәхмәтлемен. Республикала юл селтәре әүҙем үҫә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Мәскәү – Ҡазан М-12 федераль трассаһын Екатеринбурга хәтлем оҙайттылар. Ул Башҡортостан аша ла уҙасаҡ. Шуға күрә лә юл төҙөлөшөн үҫтереү, уны яңы технологиялар менән тәьмин итеү беҙҙең мәнфәғәткә яуап бирә”.
Фото: glavarb.ru.