Иҡтисад
21 Август 2021, 15:00

76 төбәктән профессионалдар киләсәк

Ҙур сараға Рәсәйҙең билдәле сәхнә йондоҙҙары ла саҡырылған.

76 төбәктән профессионалдар киләсәк76 төбәктән профессионалдар киләсәк
76 төбәктән профессионалдар киләсәк

25 августа Өфөнөң “Ватан” паркында IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионатын (WorldSkills) асыу тантанаһы үткәрелә. Ҙур сараға Рәсәйҙең билдәле сәхнә йондоҙҙары ла саҡырылған.

Шуларҙың береһе – йырсы Егор Крид, уның сығышы 21.30 сәғәткә планлаштырылған. Чемпионатты асыу тантанаһында 19.00 сәғәттән һуң “Добро” төркөмө лә сығыш яһаясаҡ.

2021 йылдың 25 авгусы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән 3500 ҡыҙ һәм егетте Башҡортостан баш ҡалаһына туплаясаҡ. Улар профессиональ оҫталыҡ ярыштарында "WORLDSKILLS Russia" стандарттары буйынса көс һынашасаҡ. Программаға 1000 дрон ҡатнашлығындағы шоу, мауыҡтырғыс байрам фейерверкы ла индерелгән. Бөтә эпидемиологик саралар – битлек кейеү, социаль ара һаҡлау – үтәлергә тейеш.

Был сара урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениеларының 16 йәштән 26 йәшкә тиклемге студенттары һәм 16 йәшкә ҡәҙәрге уҡыусылар араһында үткәрелә. Ул “Мәғариф” милли проектына ингән “Йәш профессионалдар” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы уҙғарыла. Башҡортостан командаһы составында – 498 кеше, уларҙың 280-е – конкурста ҡатнашыусылар, 218-е – эксперттар. Рәсәйҙең 76 төбәгенән килгән вәкилдәр оҫталыҡта көс һынашасаҡ.

 

Фото: vk.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас