

Өфөгә IX WorldSkills Russia милли финалында ҡатнашыусыларҙың тәүге делегацияһы килде. Баш ҡаланың тимер юл вокзалында Саха (Яҡут) Республикаһынан килгән йәштәрҙе һәм кәңәшсе-тәрбиәселәрҙе ирекмәндәр, журналистар ҡаршы алды.
Бөгөн 60 кешенән торған делегацияның 22-һе Башҡортостан еренә аяҡ баҫты. Ҡалғандары Өфөгә 25 августа килеп етәсәк.
Саха Республикаһының йыйылма командаһы 26 компетенция буйынса сығыш яһаясаҡ. Тәүге делегаттарҙы милли аш-һыу менән ҡаршы алдылар. “Беҙ бик яҡшы килеп еттек, ваҡытында ҡаршы алдылар, барыһы ла иҫ киткес шәп! Шунда уҡ беҙҙе сәк-сәк, ҡымыҙ менән һыйланылар. Һеҙҙең ҡымыҙ беҙҙәгегә ҡарағанда йомшағыраҡ, беҙҙеке әсерәк, һеҙҙеке бик тәмле. Беҙ хәҙер ҡунаҡханаға барабыҙ, чемпионатты көтөп аласаҡбыҙ. Командабыҙ алдынғы урындарҙы яуларға өмөтләнә”, – тине “График дизайн” компетенцияһы эксперт-компатриоты Светлана Михайлова.
“Мин икенсе тапҡыр ҡатнашам. Беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алдылар, республикағыҙға һәм ойоштороусыларға йылы ҡабул иткән өсөн ҙур рәхмәт, беҙ хәҙер тик уңышҡа ғына өмөт тотабыҙ”, – тип тәьҫораттары менән бүлеште “Лаборатор медицина анализы” компетенцияһында ҡатнашыусы Надежда Кычкина.
WorldSkills стандарттарына ярашлы үткәрелгән оҫталыҡ ярыштары йыл һайын “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы уҙғарыла. Быйыл ул Башҡортостанда 25 августан 29 авгусҡа тиклем үтәсәк. Беҙҙең команда 103 компетенция буйынса ярышасаҡ. Йыйылма команда составында 498 кеше иҫәпләнә, уларҙың 280-е - конкурсант, 218-е – эксперт. Башҡортостан илдең 76 төбәгенән килгән делегаттарҙы ҡабул итәсәк.
#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia
Фото: VK.com