Иҡтисад
23 Август 2021, 16:30

Башҡортостан - инвестиция йәлеп итеү буйынса алдынғы төбәк

Республикабыҙҙың инвестицион йәһәттән ылыҡтырыусан була барыуы шатландыра

Башҡортостан - инвестиция йәлеп итеү буйынса алдынғы төбәкБашҡортостан - инвестиция йәлеп итеү буйынса алдынғы төбәк
Башҡортостан - инвестиция йәлеп итеү буйынса алдынғы төбәк

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Аттика-Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе (ТОСЭР) резиденттары реестрына индерҙе. Компания Нефтекама ТОСЭР-ында полимер етештереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырасаҡ.

- Республикабыҙҙың инвестиция йәһәтенән ылыҡтырыусан була барыуы шатландыра, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Башҡортостанда, моноҡалаларҙың проблемаһын хәл итеү тәңгәлендә, ТОСЭР барлыҡҡа килде. Бынан ары эш урындары барлыҡҡа киләсәк, килгән инвестицияны көйләп буласаҡ.

Инвестиция проектын 2021-2028 йылдарҙа бойомға ашырыу күҙ уңында тотола.

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас