Иҡтисад
23 Августа 2021, 08:00

Быйыл мул уңышҡа өмөт итеп булырмы?

"Быйылғы аномаль эҫелек арҡаһында хәлдәр 2010 йылдағы ҡоролоҡҡа ҡарағанда күпкә насарыраҡ", – тине Илшат Фәзрахманов.

Быйыл мул уңышҡа өмөт итеп булырмы?Быйыл мул уңышҡа өмөт итеп булырмы?
Быйыл мул уңышҡа өмөт итеп булырмы?

Башҡортостандағы быйылғы аномаль эҫелек ауыл хужалығы тармағы өсөн эҙһеҙ үтмәне, әлбиттә. Мул уңышҡа өмөт итеп булырмы, юҡмы? Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һөйләшеү булды.

Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ошо көндәрҙә бөтә республика буйынса ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә. Был туралағы документтар әҙерләнгән.

– Быйылғы аномаль эҫелек арҡаһында хәлдәр 2010 йылдағы ҡоролоҡҡа ҡарағанда күпкә насарыраҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ҡоролоҡтан 624 хужалыҡ 616 мең гектар майҙанда зыян күргән, шул иҫәптән 332 мең гектарҙа уңыш юҡҡа сыҡҡан, – тине Илшат Фәзрахманов.

Уңыш йыйыу эштәре быйыл 16-18 көнгә алдараҡ башланған. Бөгөнгә ҡарата республикала 1 миллион 266 мең гектар майҙандан (82 процент) 1 миллион 727 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғылған. Уларҙың 339 мең гектары ужым игене, уңыш ҡеүәте гектарынан 16,2 центнер, 548 мең тонна һуғылған. Ужым бойҙайы – 168 мең гектарҙа (гектар ҡеүәте – 17,5 центнер), ужым арышы (гектар ҡеүәте – 15 центнер) 166 мең гектарҙа йыйылған.

Һигеҙ район был эште 90-дан ашыу процентҡа тамамлаған, ә Илеш районы яҙғы иген һәм иген культураларын йыйып бөткән. Уңыш йыйыу тиҙлеге буйынса Әлшәй (94,5 процент), Дәүләкән (94,4 процент), Туймазы (94,2 процент), Миәкә (94,1 процент), Борай (93,5 процент), Стәрлебаш (93,4 процент), Ҡырмыҫҡалы (90 процент) райондары алдынғы урындарҙа.

Уңыш кимәле буйынса лидерҙар булып Ҡырмыҫҡалы (гектар ҡеүәте - 25 центнер), Ауырғазы (24,6 центнер), Саҡмағош (22 центнер), Стәрлетамаҡ (18,6 центнер) тора. Аҙна аҙағына тиклем иген йыйылып бөтөр тип күҙаллана.

Радий Хәбиров ауыл хужалығы тармағы эшселәренә ошондай ҡатмарлы шарттарҙа ла уңышлы эшләүҙәре өсөн рәхмәт әйтте.

 

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас