Иҡтисад
24 Август 2021, 09:45

Уңғандарға ҡоролоҡ ҡамасауламай

“Йәй, ураҡ дауам итә. Республика баҫыуҙарында 1 миллион 727 мең ашлыҡ һуғып алынды ла инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңыш беҙ көткәндән аҙыраҡ, ҡоролоҡ бит. Әммә беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре тырыша”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Уңғандарға ҡоролоҡ ҡамасауламайУңғандарға ҡоролоҡ ҡамасауламай
Уңғандарға ҡоролоҡ ҡамасауламай

“Йәй, ураҡ дауам итә. Республика баҫыуҙарында 1 миллион 727 мең ашлыҡ һуғып алынды ла инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңыш беҙ көткәндән аҙыраҡ, ҡоролоҡ бит. Әммә беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре тырыша, һигеҙ районда бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙанының 90 проценты йыйып алынған", – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Илеш районында ураҡты тамамлағандар ҙа инде. Тиҙлек буйынса Әлшәй (94,5 процент), Дәүләкән (94,4 процент), Туймазы (94,2 процент), Миәкә (94,1 процент), Борай (93,5 процент), Стәрлебаш (93,4 процент), Ҡырмыҫҡалы (90 процент) алда бара. Бөртөклө культураларҙың уңышы буйынса Ҡырмыҫҡалы (гектарынан 25-әр центнер), Ауырғазы (24,6), Саҡмағош (22), Стәрлетамаҡ (18,6) райондары алдынғылыҡты бирмәй.

"Беҙ ауыл хужалыҡтарының техник йыһазландырылыуына ҙур иғтибар бирәбеҙ, был – урып-йыйыу һәм сәсеү кампанияларының уңышы өсөн төп шарт, – тигән Радий Фәрит улы. – Быйылғы миҙгелгә ауыл хужалығы культураларын һуғып алыу өсөн аграрийҙар 3900 иген комбайнын әҙерләне. Комбайндар паркы һуңғы өс йылда 230 берәмеккә артты. Шуның иҫәбенә бер комбайнға тура килгән көсөргәнеш 430 гектарға тиклем төштө.

Йыл башынан республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре 142 комбайн һатып алды. Уларҙың планында – йыл аҙағына саҡлы тағы 100 комбайн алыу. Күптәре беҙ Башҡортостан эшҡыуарҙары өсөн әҙерләгән ярҙамдан файҙаланды. Аграрийҙарға артабан да ярҙам итәсәкбеҙ”.

 

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас