

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт ултырышында республиканың быйылғы тәүге ярты йыллыҡтағы эш йомғаҡтары тикшерелде.
Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыу буйынса йүнәлештәр тураһында һөйләне.
“Сәнәғәт етештереүе индексы былтырғы тәүге ярты йыллыҡ менән сағыштырғанда 102,2 процент тәшкил итте, 29 эшмәкәрлек төрөнөң 21-ендә үҫешкә өлгәшелгән”, – тине ул.
Премьер-министр инвестициялар йәлеп итеү буйынса муниципаль рейтингтағы хәл менән ҡыҙыҡһынды.
“Ҡала һәм райондарҙағы инвестиция йәлеп итеү күрһәткестәрен анализларға, алдынғы һәм артта ҡалған биләмәләрҙе асыҡларға кәрәк. Беҙҙең ҡарар ябай буласаҡ: һуңғы урындарҙы биләгән район һәм ҡалаларға яңы етәксе командалар киләсәк”, – тине ул.
Фото: pravitelstvorb.ru