

“Берләшкән двигателдәр төҙөү корпорацияһы – Өфө моторҙар етештереү берекмәһе”ндә "Ростех" дәүләт корпорацияһының беренсе етештереү-уҡыу үҙәге тантаналы шарттарҙа асылды. Бында йыл һайын бер белгеслекккә ярашлы бер нисә ҡатнаш профессия үҙләштерәсәк ике меңгә яҡын хеҙмәткәр уҡытыласаҡ. Улар "Ростех" заводтарына эшкә урынлашҡанда өҫтөнлөккә эйә буласаҡ. Үҙәкте төҙөүгә тотонолған инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,4 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.
Асыу тантанаһында республиканың Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәйҙең сәнәғәт Һәм сауҙа министры урынбаҫары Олег Бочаров, "Ростех" дәүләт корпорацияһы генераль директоры урынбаҫары Дмитрий Леликов, Берләшкән двигателдәр төҙөү корпорацияһы генераль директоры Александр Артюхов һәм башҡалар ҡатнашты.
–Республикала белем кимәлен күтәреүгә һәм заманса белем биреү майҙандарын булдырыуға ҙур иғтибар бирелә.Рәсәй хеҙмәт баҙары үҙгәрә һәм беҙҙең өсөн уҡып сыҡҡан кадрҙарҙың хеҙмәт баҙарының заманса талаптарына ярашлы булыуы мөһим. Был яңы етештереү-уҡыу үҙәге машиналар төҙөлөшөндә эшсе профессиялары белгестәрен әҙерләү талабына яуап булып тора. Предприятиеның ҡеүәтле майҙанында 24 меңдән ашыу кеше эшләй. Республика халҡы уҡыһын, ихтыяж менән файҙаланған белгестәр булһын һәм бында, төбәктең төп сәнәғәт предприятиеһында, эшләһен өсөн ул бөтә шарттарҙы тыуҙыра,–тине Андрей Назаров.
–Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, яҡын йылдарға самолеттар төҙөлөшөндә бер нисә яңы техниканың сериялы производствоһын эшкә ебәреү планлаштырылған.Авиация техникаһы өсөн ватан двигателдәре етештереү үҫешә. Уңыштарыбыҙҙың төп шарты булып тап кадрҙар тора. Бындай проекттар ватан авиация төҙөлөшөнөң киләсәге булыуын, иртәгә предприятиеларыбыҙға яңы быуын профессионалдары килеүен раҫлай,– тип белдерҙе Олег Бочаров.
Үҙәк төҙөлөшө бер йыл элек башланғайны. Хәҙер майҙаны 14,5 мең квадрат метр тәшкил иткән бина тулыһынса әҙер һәм тулыһынса йыһазландырылған. 1 сентябрҙә үҙәк тәүге уҡыусыларын ҡабул итәсәк.
–Бөгөн беҙ асҡан уҡыу үҙәге үҙенсәлекле. Бында авиация төҙөлөшө өсөн мультискилл-белгестәр әҙерләнәсәк – бер генә түгел, бер белгеслеккә ярашлы дүрт-алты профессияға эйә киң профилле белгестәр. Был инвестициялар хәҙерге заман производствоһындағы иң ҡиммәтле һәм мөһим нимәгә– кеше капиталына һалына,–тип билдәләне "Ростех"-тың генераль директоры урынбаҫары Дмитрий Леликов.
–Бында яҡшы уҡытыусылар тупланған, состав үҙ эшен белгәндәрҙән тора. Күпселеге Германияла BBW белем биреү үҙәгендә уҡып ҡайтты. Һис һүҙһеҙ, предприятиеның тәжрибәһе авиация кластерының башҡа предприятиеларына ла таратыласаҡ,- тип хәбәр итте "Ростех" авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков.
Үҙәк заманса стандарттар буйынса йыһазландырылған. Аудитория һәм уҡыу лабораторияларынан тыш етештереү участкалары булдырыпған. Юғары теүәллекле ҡорамалдарҙың ҙур өлөшөн Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Стан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “РТ-Капитал” йәмғиәте ярҙамында әҙерләп биргән. Станоктар пресс-формаларҙы, штамптарҙы, турбиналарҙы һәм башҡа деталдәрҙе эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән. "Ростех" дәүләт корпорацияһы - Рәсәйҙәге иң эре сәнәғәт компанияларының береһе, 800-ҙән ашыу фәнни һәм етештереү ойошмаһын берләштерә.
Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты.