Иҡтисад
26 Август 2021, 05:00

Беҙ – Рәсәй буйынса 10-сы урында

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан газ мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү йәһәтенән Рәсәй төбәктәре араһында 10-сы урынды алды.

Беҙ – Рәсәй буйынса 10-сы урындаБеҙ – Рәсәй буйынса 10-сы урында
Беҙ – Рәсәй буйынса 10-сы урында

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан газ мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү йәһәтенән Рәсәй төбәктәре араһында 10-сы урынды алды.

Баһа ете төп күрһәткес буйынса ҡуйылған: тәбиғи газды (метанды) мотор яғыулығы сифатында ҡулланыу күләме, метан буйынса автопарк, газ яғыулығы тултырыу инфраструктураһының үҫешкәнлеге, был баҙарға ярҙам итеү буйына төбәк саралары, газ мотор яғыулығын ҡулланыу динамикаһы, газ тултырыу инфраструктураһын ҡулланыуҙың йоғонтололоғо, “Энергетиканы үҫтереү” дәүләт программаһын тормош ашырыу.

“Башҡортостан сираттағы тапҡыр үҙенең алдынғы булыуын күрһәтте, 10-сы урын – насар күрһәткес түгел, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Был рейтингта лидерҙар иҫәбенә сығырға ла хәлебеҙҙән килә. Сара иҡтисад өсөн дә, экология яғынан да отошло”.

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас