

Бәләбәй районының “Йырлаусы шишмәләр” паркы биләмәһендә ауыл хужалығы етештереүселәре йәрминкә ойошторҙо. Бәләбәйҙәр тәмле, сифатлы аҙыҡ-түлекте рәхәтләнеп һайлап һатып алды. Икмәк-булка изделиелары, бал, ит аҙыҡтары, ошо биләмәлә үҫтерелгән йәшелсә йәрминкәгә килеүселәр күңеленә хуш килде.
Алты етештереүсе тәҡдим иткән икмәк һәм тәмле-татлы ҡамыр аштары һәр кемдең иғтибарын үҙенә тартты.
– Һәр кемдең табынын икмәк һәм икмәк-булка изделиелары биҙәй. Беҙҙең продукцияға ихтыяж ҙур. Тәмле, хуш еҫле изделиеларҙы тәбиғи сеймалдан бөтә күңелебеҙҙе һалып етештерәбеҙ, – ти “Беҙҙең икмәк” йәмғиәте етәксеһе Диләрә Хәмәтдинова.
Ике умартасы йәрминкәгә бер нисә төрлө татлы ризыҡ килтергән. Тәжрибәле һатыусылар уларҙың һәр береһенең шифаһы һәм өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар ойоштороусыларға рәхмәттәрен белдерҙе, тап ошондай көҙгө йәрмикәләрҙә райондағы етештереүсе предприятиеларҙың көс-ҡеүәтен, һәләтен баһаларға була.
– Беҙ элекке күршелек, аралашыу традицияларын онота башланыҡ, – тип тәьҫораттары менән бүлеште йәмәғәт эшмәкәре Динар Ғилметдинов.– Элек был сифаттар ғәҙәти ине, ә хәҙер телефон, эш, хәстәрлек араһында аҙаштыҡ. Бөгөн йәрминкәгә йыйылған кешеләргә ҡарап, әле беҙҙә изгелек, йылылыҡ тойғолары ҡалғанын аңланым. Ошондай саралар күберәк булған һайын беҙҙең тормошобоҙ ҙа сағыуыраҡ, йәмлерәк буласаҡ.
Сауҙа палаткалары эргәһендә түләүһеҙ юридик ярҙам алырға мөмкин ине. Балалар майҙансыҡтары ла гөрләп торҙо. Йәрминкә тәьҫораттарға бай ҙа, күңелле лә, сағыу ҙа булды.
Фото: Бәләбәй район хакимиәте