Иҡтисад
26 Август 2021, 17:45

Пилотһыҙ авиация кластеры төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Пилотһыҙ осоу аппараттары нефть-газ өлкәһе, энергетика комплексы, кадастр эше, ауыл һәм урман хужалығы өсөн әһәмиәтле. 

Пилотһыҙ авиация кластеры төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылдыПилотһыҙ авиация кластеры төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды
Пилотһыҙ авиация кластеры төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Хөкүмәте республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында бизнес менән пилотһыҙ авиация кластеры төҙөү ниәте тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, “Геоскан”, “Аэроглоуб”, “ХОВЕР”  компаниялары, шулай уҡ “Николай Жуковский исемендәге институт” милли тикшеренеү үҙәге һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты етәкселәре ҡул ҡуйҙы.

Кластерҙа ҡатнашыусылар бергәләп пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн компоненттар, мәғлүмәт системалары эшләү һәм етештереү өҫтөндә эшләйәсәк һәм шулай уҡ был эшмәкәрлекте фәнни- методик яҡтан тәьмин итәсәк.

– Был Башҡортостан өсөн бығаса күҙәтелмәгән һәм бик ҡыҙыҡлы проект, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Беҙ берлектәге тырышлыҡ менән кластер ысулы нигеҙендә хәл итеү мөмкин булған ҙур бурыс ҡуйҙыҡ.

Республиканың Стратегик эшләнмәләр үҙәге директоры  Рөстәм Дәүләтов әйтеүенсә, яңы кластерҙың төп бурысы – Башҡортостанда заманса инфраструктура нигеҙендә пилотһыҙ авиация тармағын булдырыу. Фәнни-етештереү майҙандарынан тыш, ул үҙ эсенә дата-үҙәкте, һынау полигонын, заряд станцияларын, логистик маршруттарҙы ала.

Кластерҙы “Геоскан” предприятиеһы тирәләй төҙөүҙе планлаштыралар.Тәүге этапта 250 миллион һум күләмендә шәхси инвестицияларҙы файҙаланыу тәҡдим ителә. 2021 йылда 20 эш урыны булдырыласаҡ. Пилотһыҙ осоу аппараттары нефть-газ өлкәһе, энергетика комплексы, кадастр эше, ауыл һәм урман хужалығы өсөн  әһәмиәтле.  Кластерҙың партнерҙары рәтендә “Ростелеком” компанияһы  һәм Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ла бар. 2024 йылға тиклем кластер үҫешенә дөйөм һалыуҙар күләме ике миллиард һум тәшкил итәсәк. Тәүге тәжрибә- конструкторлыҡ эштәре 2022 йылда башланасаҡ, ә 2023 йылда һынау полигоны һәм сәнәғәт пилотһыҙ осоу аппараттары барлыҡҡа киләсәк. Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков яңы кластерға ярашлы вуз мөмкинлектәрен күрһәтте. Улар рәтендә – тикшеренеү компетенциялары, шулай уҡ уҡыу йортоноң белем биреү һәм кадрҙар потенциалы.  Университет пилотһыҙ системаларҙы хеҙмәтләндереү һәм идара итеү өлкәһендә белгестәр әҙерләй башлаған.

“Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар проектты өҫтөнлөклө проекттар рәтенә индереүҙе һәм һалым льготалары биреүҙе хупланы.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас