Иҡтисад
26 Август 2021, 04:30

Яңы юл төҙөлә

“Был магистралде төҙөү республика өсөн стратегик яҡтан әһәмиәтле".

Яңы юл төҙөләЯңы юл төҙөлә
Яңы юл төҙөлә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Федераль юл агентлығы (“Росавтодор”) етәксеһе М-7 “Волга” федераль трассаһының беҙҙең республикалағы участкаһын төҙөү проектын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Ул киләсәктә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Екатеринбургҡа тиклем оҙайтыласаҡ М-12 Мәскәү – Ҡазан тиҙлекле трассаһының бер өлөшө буласаҡ. Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, “Росавтодор” эксперттары, автоюл үтәсәк райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, төбәктең яғыулыҡ-энергетика комплексы компаниялары етәкселәре ҡатнашты.

“Был магистралде төҙөү республика өсөн стратегик яҡтан әһәмиәтле, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Ул беҙҙең иҡтисадтың үҫешенә яңы этәрге көс бирәсәк. “Росавтодор”ға берлектәге эш өсөн рәхмәтлебеҙ. Юлдың раекторияһын раҫлағас та район хакимиәте башлыҡтары менән бергә ер участкаларын әҙерләй башланыҡ, белгестәр кәрәкле геодезик эҙләнеү эшен башҡарҙы”.

Фото: glavarb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас