

Кисә, 26 августа, “Башҡортостан тауары” проекты вәкилдәре Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы менән берлектә сауҙа селтәрҙәре етәкселәре һәм менеджерҙар өсөн “БашБиоРесурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығында күсмә сессия ойошторҙо. Бында “Laycy Queen” сауҙа маркаһы аҫтында кондитер тауарҙары етештерәләр. Сарала “Байрам”, “Лукошко”, “Полушка” һәм “АиФ” селтәрҙәре ҡатнашты.
Осрашыу “Башҡортостан тауары” проектындағы республика етештереүселәренең тауарын популярлаштырыу эшмәкәрлеге сиктәрендә үтте. Сараның маҡсаты – төбәк ритейлын республика предприятиелары менән таныштырыу һәм эшлекле хеҙмәттәшлек булдырыу.
"Урындағы етештереүселәр менән бергә аралашыу предприятие һәм сауҙа селтәрҙәре араһында һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә килтерә. Етештереү комплекстарына барып осрашыу – бик яҡшы формат, унда предприятие мөмкинлектәрен баһаларға, тулы мәғлүмәт алырға, артабан бергә эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырырға була", – тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Туймазы районында урынлашҡан был кондитер фабрикаһы 15 йылдан ашыу эшләй, 2019 йылда “БашБиоРесурс” йәмғиәте йөҙөндә Таврос тарафынан һатып алынған. Былтырғы йәйҙән алып бында етештереү яңыртыла, яңы технологиялар һәм рецептура индерелә, сифат контролен автоматлаштырыу системалары яңыртылған. Фабрика бисквитлы мини-рулеттар, төрлө эслекле печеньелар, йомшаҡ вафли, емеш-еләкле кәрзиндәр етештерә.
"Сауҙа селтәрҙәре ошоноң кеүек күсмә сессияларҙың файҙалы булыуын билдәләне. Ул етештереү ҡеүәтен баһаларға, сығарылған тауарҙың ассортиментын, сифатын үҙ күҙҙәрең менән күрергә ярҙам итә. Был осрашыу етештереүсе менән һатыусы араһында бәйләнештәрҙе нығытыр тип ышанабыҙ", – тине “Башҡортостан тауары” проекты етәксеһе Светлана Дивнич.
Республикала был проект 2013 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Тауар ҡабында “Башҡортостан тауары” билдәһе булһа, был уның тәбиғи сеймалдан эшләнеүе, аҙыҡ-түлек тауарҙарының сифат һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүе тураһында һөйләй.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52493
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.