

Өфө районы буйынса эш сәфәрендә Радий Хәбиров “Авиатех” предприятиеһында булды. Ул Нижегородка ауылында урынлашҡан, сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн автоматлаштырылған технологик системаларҙы эшләү, проектлау һәм интеграциялау менән шөғөлләнә.
Предприятиеның генераль директоры Светлана Никольская Башҡортостан Башлығына инженер-техник белгестәр коллективының эшмәкәрлеге, инновациялы продукция етештереүҙәре, уларҙы бөтә Рәсәй буйынса Санкт-Петербургтан Владивостокка тиклем таратыуҙары тураһында һөйләне. Продукция шулай уҡ Белоруссия һәм Үзбәкстанға ла ебәрелә.
"Заказсылар иҫәбенә, мәҫәлән, ”Берләшкән двигателдәр төҙөү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү берекмәһе”, КамАЗ, “Рәсәй вертолеттары” холдингы инә. Был предприятиелар хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, продукция сифатын яҡшыртыу, процестарҙы автоматлаштырыу буйынса әүҙем эшләй", – тип билдәләне Светлана Никольская.
Радий Хәбиров технологик процесс менән танышты. Уға роботлаштырылған фермалар өсөн һауыу аппаратын күрһәттеләр. Республика етәксеһе предприятие вәкилдәрен “Ауыл сәғәте” ултырыштарының береһендә ҡатнашырға саҡырҙы. Улар үҙҙәренең эшләнмәләре менән ентекле таныштыра һәм дәүләт ярҙамы саралары буйынса фекер алыша аласаҡ.
“Авиатех” етештереү майҙанын киңәйтергә ниәт тота. Бының өсөн яңы корпус кәрәк. Башҡортостан Башлығы компания етәкселегенә майҙан сифатында “Йәш профессионалдар паркы” биләмәһен ҡарарға тәҡдим итте. Белеүебеҙсә, унда төбәктең пилотһыҙ авиация кластеры урынлашасаҡ.
– Беҙ унда кластерҙа ҡатнашыусылар өсөн иң яҡшы шарттар булдырасаҡбыҙ. Һеҙҙең авиация сәнәғәте предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүегеҙҙе иҫәпкә алып, яңы конструкторлыҡ һәм презентация майҙандарығыҙҙың һорау менән файҙаланыуы бик мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Киләсәктә был биләмәнең айырым иҡтисади зона булараҡ үҫешеүе ихтимал. Был тәҡдим менән Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт иттем дә инде.
Радий Хәбиров Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяевҡа предприятие етәкселеге менән бергә производствоны киңәйтеү проектын тормошҡа ашырыу саралары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.