Иҡтисад
27 Август 2021, 18:30

“Сәнәғәт сәғәте”ндә ниҙәр ҡаралды?

27 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында “Сәнәғәт сәғәте” форматында күсмә кәңәшмә уҙғарҙы.

“Сәнәғәт сәғәте”ндә ниҙәр ҡаралды?“Сәнәғәт сәғәте”ндә ниҙәр ҡаралды?
“Сәнәғәт сәғәте”ндә ниҙәр ҡаралды?

27 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында “Сәнәғәт сәғәте” форматында күсмә кәңәшмә уҙғарҙы. Ул блок-модулле ҡорамалдар һәм тиҙ ҡоролмалы биналар етештереү буйынса махсуслашҡан "Уралтехсистемалар" йәмғиәте майҙанында үтте.

Предприятиела 90 хеҙмәткәр эшләй. Нефть һәм газ комплексының эре компаниялары – продукция заказсылары. Республика етәксеһе етештереү цехтарын ҡараны, продукция ассортименты менән танышты.

Кәңәшмәлә "Уралтехсистемалар" йәмғиәте директоры Рәмил Хаматханов яңы цехты сафҡа индерергә һәм етештереүҙе үҫтерергә планлаштырыуҙары тураһында белдерҙе. Ошо маҡсатта республикалағы Сәнәғәтте үҫтереү фондының (СРБ) субсидиялау программаларында ҡатнашырға уйлайҙар.

Радий Хәбиров Башҡортостан Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына Сәнәғәтте үҫтереү фондынан займ алыу варианттарын барларға, етештереүҙе киңәйтеү проектын өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.

“Шулай уҡ беҙҙең бәләкәй предприятиелар етештергән продукцияны “Башнефть” структураһына тәҡдим итеү эшен әүҙемләштерер кәрәк”, - тине республика Башлығы.

Артабан “Сәнәғәт сәғәте”ндә ҡатнашыусылар “Технодизель” йәмғиәтенең импортҡа алмаш проекты менән танышты. Йәмғиәт шулай уҡ нефть-газ сервисы менән шөғөлләнә.

“Өфөнөң төньяҡ сәнәғәт зонаһында етештереүҙе урынлаштырыу өсөн кәрәкле биналар әҙерләнек. Проекттың дөйөм хаҡы 157 миллион һум тәшкил итә, 15 яңы эш урыны булдырасаҡбыҙ”, - тине предприятиеның техник директоры Юрий Иванов.

Әле предприятие ер участкаһы, Сәнәғәтте үҫтереү фондынан финанс ярҙам алыу мәсьәләләрен хәл итеү менән мәшғүл.

 "Уралфармация" йәмғиәте генераль директоры Рөстәм Әхмәҙуллин Иглин районы Көҙөй ауылында медицина кислороды етештереү цехын төҙөү планын тәҡдим итте.

“Беҙҙең предприятие пандемия ваҡытында дауалау учреждениеларына ярҙам итте – бушлай газификаторҙар урынлаштырҙы, был ҡоролманы техник яҡтан хеҙмәтләндерҙе. Беҙ хәҙер медицина кислороды етештереү цехын төҙөү планы ҡорғанбыҙ. Биш-алты айҙан медицина учреждениеларына тәүлегенә 12 тонна кислород ебәрәсәкбеҙ, 30 яңы эш урыны булдырасаҡбыҙ”, - тине предприятие директоры.

“Кислород етештереү – мөһим мәсьәлә. Республиканың дауалау учреждениелары уға ҡытлыҡ кисермәҫкә тейеш. Цехты төҙөүҙә, займ алыуҙа кисекмәҫтән ярҙам итергә кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.

"Абсолют ДЕК" йәмғиәте директоры Илдус Абдуллин Зубов ауылында урынлашҡан предприятиеларының композит таҡта етештереүе тураһында бәйән итте.

“Продукциябыҙ менән Краснодар өлкәһе ҡыҙыҡһына, әммә беҙҙең республика баҙарына сыҡҡыбыҙ килә”, - тине ул.

Республика Башлығы етештергән продукцияға презентация уҙғарырға тәҡдим итте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас