Иҡтисад
28 Август 2021, 11:30

Салауатта тәүге ауыл хужалығы йәрминкәһе булды

Йәрминкәләр нигеҙҙә көҙ үткәрелә, быйыл Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Салауат ҡалаһы хакимиәтенә йәрминкәне августа уҡ үткәреү тәҡдиме менән сыҡты.

Салауатта тәүге ауыл хужалығы йәрминкәһе булдыСалауатта тәүге ауыл хужалығы йәрминкәһе булды
Салауатта тәүге ауыл хужалығы йәрминкәһе булды

Йәрминкәләр нигеҙҙә көҙ үткәрелә, быйыл Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Салауат ҡалаһы хакимиәтенә йәрминкәне августа уҡ үткәреү тәҡдиме менән сыҡты.

Был фермерҙарға һәм ярҙамсы крәҫтиән хужалыҡтарына ҡулланыу ваҡыты йыш ҡына сикле булған миҙгелле продуктты һатыу мөмкинлеге бирә.

“Беренсе сиратта, йәрминкә коронавирус инфекцияһына ҡаршы талаптарҙы үтәп ойошторолдо. Эш форматы үҙгәртелһә лә, мөмкинлеге сикләнгән һәм яңғыҙ ҡарт граждандар иғтибарҙан ситтә ҡалманы”, – ти Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ идаралығы етәксеһе Елена Абдуллина.

Көтөлгәнсә, һатып алыусыларҙың күпселеге оло йәштәге кешеләр ине, ә уларҙың һаулығы, билдәле булыуынса, ҡаҡшаған. Шуға ла йәрминкәне йома көнө үткәрҙеләр, был халыҡтың бер урында күп тупланыуына юл ҡуйманы.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас