

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалын үткәреү һөҙөмтәләренән тағы бик мөһим күренеш – ул инновацион төргәктәр һәм пилотһыҙ осоу аппараттары етештереүҙең дә, пилотһыҙ вертолеттар өлкәһенә белгестәр әҙерләү буйынса компетенциялар үҙәгенең дә республикала ҡалыуы.
– Чемпионатты үткәреү һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республикала пилотһыҙ авиация кластеры барлыҡҡа килтерелде. “Геоскан” компанияһы Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараттары, “Аэроклуб” ауыл хужалығы өсөн дрондар, “Ховер” – 300 килограмға тиклемге йөктө күтәрергә һәләтле аэротакси етештерәсәк, ә ӨДАТУ пилотһыҙ системаларға идара итеү, уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн белгестәр әҙерләйәсәк. Авиация предприятиеларын республикала туплау беҙгә был өлкәне илдә беренселәрҙән булып яулау һәм пилотһыҙ аппараттар сығарыу буйынса алдынғы төбәккә әйләнеү мөмкинлеген бирә. Был, үҙ сиратында, инвестициялар йәлеп итергә, һалымдар алырға, эш хаҡы ҙур булған һәм юғары технологиялы эш урындары булдырырға ярҙам итәсәк. Бизнес-мираҫ булып беҙҙә павильондар ҙа тороп ҡала, уларҙы физкультура үҙәктәре булдырыу һәм ауыл хужалығы ангарҙары итер өсөн райондарға таратып бирәбеҙ, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры А. Назаров.
IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы барышында Өфөлә “Ростех” корпорацияһының беренсе етештереү-уҡыу үҙәге асылды. Бында йылына ике меңләп хеҙмәткәрҙе уҡытыу күҙ уңында тотола. Объектҡа дөйөм инвестициялар һаны 2,4 миллиард һумдан ашҡан.
– Республика Башлығы менән Хөкүмәт етәксеһе беҙҙең алға амбициялы бурыс ҡуя: һәр ваҡ предприятие үҙ эшмәкәрлеген яҡшыртыу буйынса практик тәжрибә алһын. Етештереү буйынса һәм иң яҡшы практикалар лабораториялары төҙөү планы ла бар. Был мөмкинлекте тормошҡа ашырыу юлын өйрәнәбеҙ, – тип билдәләне республика Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
– Чемпионаттан ҡалған мираҫ - иң төп һөҙөмтәләрҙең береһелер, моғайын, – ти “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Россия)” генераль директоры Роберт Уразов. – Был ҡорамалдарҙы күпләп алыу ғына түгел. Иң тәүҙә был милли һәм халыҡ-ара инфраструктур проекттар, – улар бихисап эксперттарҙы, үҙ эшенең оҫталарын, эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен, донъяның һөнәри йәмғиәттәрен, иң яҡшы практикаларын Рәсәйҙең бер төбәгенә йәлеп итә.
– Һөнәрҙәр һаны күп булғаны ҡыуандыра. 26-нан башланғайны, бөгөн инде ҡатнашыусылар 106 компетенцияла ярыша. IT-технологиялар менән бәйле киләсәк һөнәрҙәре лә барлыҡҡа килә, – тип фекере менән уртаҡлашты республика Башлығы.
Р. Хәбиров шулай уҡ WorldSkills Russia чемпионаттары даими рәүештә Өфөлә үткәрелһен, тигән ниәтен дә еткерҙе. Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов та уның фекерен хупланы.
Чемпионаттың һөҙөмтәләренә килгәндә, Мәскәүҙең йыйылма командаһы абсолют чемпион тип танылды. Беренсе урында – Татарстан, икенсе урынды Башҡортостан менән Санкт-Петербург командалары бүлеште, өсөнсөлә – Мәскәү өлкәһе вәкилдәре.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru