

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә электр транспортын үҫтереү концепцияһын раҫланы.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 600 миллиард һум бүлеү ҡаралған, уның 80 проценты - бюджетҡа ҡарамаған сығанаҡтарҙан. Беренсе этаптың аҙағына – алдағы өс йылда 25 меңгә тиклем электромобиль етештереү һәм 9400 көс алыу станцияһы төҙөү ҡарала. Был Башҡортостан халҡын да урап үтмәйәсәк. Электромобиль экология мәсьәләһен генә хәл итмәй, иҡтисадты ла күҙ уңында тота. Киләсәк техникаһына ҡиммәтле бензин да кәрәкмәй, шулай уҡ двигателдең май һәм фильтрҙарын алмаштырыу мәсьәләһе лә борсомаясаҡ, өҫтәүенә транспорт һалымы ла юҡ. Электромобилде алыуға киткән сығым биш-ун йылда ҡапланырға тейеш. Был өҫтөнлөктәрҙе төбәк халҡы аңлап ҡабул итә.
"Яҡынса йыл ярым элек Өфөлә йөҙгә яҡын электромобиль бар ине. Бөгөн уларҙың һаны йылдам арта. Әле баш ҡалала ғына өс йөҙ мең самаһы автомобиль бар, социаль селтәрҙәрҙә һәм форумдарҙа мең ярымға тиклем кеше электромобилгә күсергә теләк белдерә. Уларҙы бер нәмә туҡтата – инфраструктура булмауы", – тип белдерҙе Өфө һәм республика автомобилсылары хәрәкәте йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Алексей Ерхов.
Башҡортостанда шәхси электр транспортының күпселеген ҡиммәт булмаған япон автомобилдәре тәшкил итә, уларҙың бер заправкаһы 100-200 саҡрымға ғына етә. Шул уҡ ваҡытта Германияла һәм Америкала етештерелгән, хаҡы 10-15 миллион һум торған премиаль суперкарҙар бар. Тимәк, ҡыҙыҡһынғандар күп, тик инфрастурктура үҫешмәүе уларҙы туҡтатып тора. Электр заправкалар төбәктә бер нисә генә.
Яңы федераль концепция был мәсьәләне лә хәл итергә тейеш. 2030 йылға тиклем 72 мең көс алыу станцияһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
"Профилле ведомстволар сентябрҙә бындай станциялар тәү сиратта ҡуйыласаҡ биләмәләрҙең һәм федераль әһәмиәттәге юлдарҙың исемлеген төҙөй башлаясаҡ. 2024 йылға тиклем концепцияны тормошҡа ашырыуға 47,6 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Ул – яңы эш урындары, яңы инфраструктура һәм төбәк өсөн киләсәкле яңы тармаҡты үҫтереү. Әле үк барып, беҙгә күберәк электр станциялары эләкһен өсөн тырышырға кәрәк – улар артыҡ булмаясаҡ", – тип белдерҙе йәмәғәт эшмәкәре Динар Ғилметдинов.
Республика ЮХХДИ идаралығының элекке баш инспекторы әйтеүенсә, 2030 йылға Рәсәйҙә һәр унынсы автомобиль электр көсө менән эшләргә тейеш. Йәғни, электромобилдәргә күсеү - заман талабы, әммә мәлде ҡулдан ысҡындырһаҡ, һуңынан уларҙы республика бюджеты иҫәбенә эшләргә тура киләсәк. Етмәһә, бындай станциялар төҙөү - үтә ҡиммәтле сара.
"Һәр электромобилдең, аккумуляторҙың үҙенсәлектәре бар. Беҙ, сифатһыҙ станцияларҙан файҙаланып, электромобилдең батареялары сығанағын тиҙ генә боҙа алабыҙ, ә бит ул электрокараның ярты хаҡына торошло. Станцияларҙың сифатын Хөкүмәт кимәлендә күҙәтергә кәрәк. Шунһыҙ кешеләр күңелһеҙ хәлдәргә тарыясаҡ, һәм беҙ республикала, хатта илдә электр транспортын үҫтереү концепцияһын "ерләйәсәкбеҙ", – тине “ЭНЕРГИЯ+. БАШҠОРТОСТАН” компанияһы директоры Рауил Ғатин.
Хөкүмәт илдә электр транспортына ташламалы лизинг, кредит биреү, был заман техникаһын алған өсөн 25 процент ташлама яһау кеүек шарттар булдырырға уйлай. Әлбиттә, былар беҙҙең илдә сығарылған моделдәргә ҡағыласаҡ. Башҡортостандағы эксперттар, ошо шарттар тыуҙырылмаған осраҡта ла, халыҡтың электромобилдәргә күсәсәге хаҡында белдерә, тик махсус станциялары ғына булһын.
Фото: "Бәйләнештә".