Иҡтисад
30 Август 2021, 10:00

Осоусы мотоциклдарға сит ил полицияһы заказ биргән

Башҡортостанда үткән IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалын ябыу тантанаһына илдең мәғариф министры Сергей Кравцов та килгәйне. 

Осоусы мотоциклдарға сит ил полицияһы заказ биргәнОсоусы мотоциклдарға сит ил полицияһы заказ биргән
Осоусы мотоциклдарға сит ил полицияһы заказ биргән

Кисә Башҡортостанда IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021-ҙең милли чемпионаты финалы тамамланды. Илдең мәғариф министры Сергей Кравцов республика хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров менән “Йәш һөнәрмәндәр паркы”нда булды. Делегация юғары технология комплексының бер нисә павильонын ҡараны. Ҡунаҡҡа пилотһыҙ осоу техникаһы, “Ауыл хужалығы машиналарын экплуатациялау” компетенцияһы урынлашҡан урындарҙы күрһәттеләр.

БСК компанияһының мультимедиа павильонында С.Кравцов сода етештереү барышы менән танышты, ойошманың сервистары, күп төрлө продукцияһы, уның ҡулланылышы тураһында һөйләгәндәрен тыңланы.

Пилотһыҙ авиация кластеры эше менән таныштырғанда А.Назаров  уның артабанғы эше тураһында һөйләп ишеттерҙе. Бер нисә осоусы “Ховербайк” мотоциклы  Дубай полицияһына һатылған да инде. Уларҙың сериялы моделенә лә алдан күп заказ бирелгән.

Сергей Кравцов IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионат финалы тураһында тәьҫораттары менән бүлеште. Ул республика етәксеһенә һәм Ворлдскиллстың Рәсәй командаһына чемпионатты лайыҡлы ойошторғандары өсөн рәхмәт әйтте. "Бөгөн майҙансыҡтар буйлап үттем, ҡараным. Барыһы ла – бик юғары кимәлдә. Был республиканың да, ғөмүмән, илдең дә үҫеше өсөн ныҡ мөһим".

“Йәш һөнәрмәндәр паркы” юғары технологиялы комплексы Рубеж урамы, 178 адресы буйынса IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалын үткәреү өсөн төҙөлгәйне. Уның майҙаны – 170 000 кв. м. Инфраструктураһы: күргәҙмә павильондары, сатырҙар, ярыштарға тәғәйенләнгән заманса профессиональ техник ҡорамалдар, республиканың бизнес-мираҫына әйләнеп, чемпионаттан һуң да хеҙмәт итәсәк. Ҡорамалдар республика колледждарына, урта һөнәри ойошмаларға тапшырыла, павильон һәм сатырҙар күргәҙмә-конгрестар ойошторорға, шулай уҡ физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре эшендә файҙаланыласаҡ.

Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас