

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” форматында кәңәшмә үткәрҙе. Унда “Алға” транспорт картаһы проектын тормошҡа ашырыу һәм республикала йәшәүселәр өсөн “Алға, Башҡортостан” тип аталған карта булдырыу мәсьәләһе ҡаралды.
“Башҡортостанда социаль карталар регистры” йәмғиәте генераль директоры Руслан Нурғәлиев белдереүенсә, 2019 йылдың июнендә “Алға” транспорт картаһын индерә башлағас, уны республиканың 548 мең кешеһе алды, 387 мең уҡыусыға “Алға” ҡушымтаһы булған транспорт картаһы бирелде. Уларға ихтыяж әле лә кәмемәй – аҙна һайын уртаса 2500 карта һатыла. Системаға 81 ташыусы ҡушылған. Транспорттағы ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙең яртыһы “Алға”ның өлөшөнә тура килә.
– Был тәжрибә картаның функционалын яңы кимәлгә сығарыу мөмкинлеген бирә. “Мир” түләү платформаһы нигеҙендәге банк картаһына ҡушыу уны тағы ла билдәлерәк итәсәк, һәм картаны кешенең бар льготаларын иҫәптә тотоп шәхсиләштерергә була. Ә мобиль ҡушымталағы “Алға” виртуаль картаһын һәр төрлө банк иҫәбенә бәйләргә мөмкин, – ти Руслан Нурғәлиев.
Мобиль ҡушымтала виртуаль картаны файҙаланған кешеләр транспортта “Алға” тарифы буйынса иҫәпләшә, шулай уҡ сауҙа-сервис предприятиеларының дисконт, республиканың төрлө социаль программаларында ҡатнаша аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала Башҡортостан Башлығы “Уралсиб” банкы етәкселеге менән эш осрашыуы үткәрҙе, унда ике арала хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды. Башҡарма директор, “Уралсиб” банкының Өфөләге филиалы идарасыһы Марат Мәмлиев белдереүенсә, “Алға” транспорт картаһын банк картаһына интеграциялағандар. Был ваҡытта йәмәғәт транспортында йөрөүҙең минималь тарифы автоматик рәүештә ҡулланыла. Шулай уҡ магазиндарҙа ташламалар, күп балалы ғаиләләргә музейҙарға барғанда льготалар һәм башҡалар ҡаралған.
"Бынан тыш, кампус картаһы сығара башларға ла әҙербеҙ, студенттар һәм уҡытыусылар бер продукт аша түләй ҙә, уҡыу корпусына, китапханаға, ятаҡтарға инеү мөмкинлеге лә аласаҡ", – тине Марат Мәмлиев.
Башҡортостан Башлығы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикинға барлыҡ ҡыҙыҡһыныуы булған министрлыҡтар һәм финанс-кредит ойошмалары менән берлектә “Алға, Башҡортостан” картаһын булдырыу проектын эшләргә, уның яңыртылған дизайнын тәҡдим итергә ҡушылды.
– Был мультикарта булырға тейеш, унда ҡушымталар ҙа, банк иҫәбе лә инһен. Был кешеләргә күп продукттар менән уңайлы файҙаланыу мөмкинлеге бирәсәк – транспорт өсөн түләүҙән башлап сауҙа селтәрҙәрендә ташламаларға тиклем, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.