Иҡтисад
30 Август 2021, 13:30

Уртаса эш хаҡы артты

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, республикала быйылғы ете айҙа уртаса эш хаҡы тәүге тапҡыр 40 мең һумдан ашҡан һәм 40236,1 һум тәшкил иткән.

Уртаса эш хаҡы арттыУртаса эш хаҡы артты
Уртаса эш хаҡы артты

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың тәүге ете айы йомғаҡтары буйынса республиканың социаль-иҡтисади үҫеше күрһәткестәре менән таныштырҙы.

Билдәле булыуынса, ағымдағы йылдың ғинуар - июль айҙарында сәнәғәт етештереүе индексы 103,5 процент тәшкил иткән, ә ошо ваҡыт эсендә берәмләп һатыу әйләнеше 11,3 процентҡа артҡан.

Торлаҡты сафҡа индереү күрһәткесе ете ай эсендә былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 21,2 процентҡа күберәк. Төҙөлөш күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урынды биләй.

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, республикала ошо ете айҙа уртаса эш хаҡы тәүге тапҡыр 40 мең һумдан ашҡан һәм 40236,1 һум тәшкил иткән.

– Беҙҙең иҡтисад тергеҙелә, халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге лә үҫә. Тик беҙгә әле ынтылаһы үрҙәр күп, – тине Радий Хәбиров. - Эш хаҡы динамикаһын иҫәпкә алып, инвесторҙар менән эште әүҙемләштерәбеҙ. Улар үҙ проекттары параметрҙарына лайыҡлы хеҙмәт хаҡы кимәлен дә һалырға тейеш.

Фото: zvezdagukovo.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас