

Башҡортостанда эш хаҡының артыуы иҡтисадтың тергеҙелеүе хаҡында һөйләй, тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте үҫеше советы рәйесе Владимир Барабаш.
Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров 2021 йылдың ғинуар - июнь айҙарында уртаса хеҙмәт хаҡының 40 236 һум тәшкил итеүе хаҡында белдерҙе. Ярты йылда уртаса номиналь эш хаҡы 8,4 процентҡа, ә 2020 йылдың ошо ваҡытына ҡарата реаль хеҙмәт хаҡы 2,7 процентҡа артҡан.
“Яңылыҡ бик һөйөнөслө. Эйе, бер яҡтан, үҫеш әлегә ҙур түгел, әммә макро-иҡтисад күҙлегенән ҡарағанда, тармаҡ нығый башланы тигән һүҙ. Һуңғы йылдарҙа донъя иҡтисадында ла, Рәсәйҙекендә лә ауырлыҡтар күп булды. Айырыуса коронавирус менән бәйле сикләүҙәр сәбәпле. Иҡтисадҡа байтаҡ зыян килтерелде. Башҡортостан етәкселеге был йәһәттән аныҡ һәм һаҡ эшләне. Республиканың иҡтисади нигеҙе – төп тармаҡтар һаҡлап ҡалынды. Рәсәй буйынса төбәктәрҙең күбеһендә үҫеш күҙәтелмәй әле. Республикабыҙҙың лидерҙар рәтендә булыуы бик шатлыҡлы”, – тине “Башинформ” агентлығына биргән аңлатмаһында Владимир Барабаш. Уның фекеренсә, хеҙмәт хаҡының уртаса кимәле үҫеше – эш биреүсенең һәм бизнестың ышаныслығын раҫлаған яҡшы макро-иҡтисади күрһәткес.
Фото: ”Башинформ”.