Иҡтисад
30 Август 2021, 07:30

Заманса оҫтаханалар буласаҡ

Һөнәри оҫталыҡ чемпионатын үткәреү Башҡортостанға ниндәй этәргес бирер? Сараны үткәреү республикаға бихисап мөмкинлектәр тыуҙырыры шикһеҙ.

Заманса оҫтаханалар буласаҡЗаманса оҫтаханалар буласаҡ
Заманса оҫтаханалар буласаҡ

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалының ысын мәғәнәһен республика халҡы ваҡыт үтә килә баһалар. Әммә хәҙер үк ышаныслы итеп әйтергә мөмкин: был беренселек үҙенән һуң ярайһы бизнес-мираҫ ҡалдырасаҡ. Башҡортостан WorldSkills Russia Милли чемпионаты финалын лайыҡлы итеп әҙерләү һәм үткәреү, шулай уҡ ҡатмарлы ғына шарттарҙа, ярты йыл эсендә уның экосистемаһын йыһазландырыу бурысын яҡшы атҡарып сыҡты.

Рәсәйҙең мәғариф министры республика етәксеһенә чемпионатты юғары кимәлдә үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Чемпионаттың эшлекле майҙандары “Торатау” конгресс-холында булһа, ярыш мәлдәре “Йәш һөнәрмәндәр паркы”нда үткәрелде. Ул милли чемпионат финалы өсөн махсус рәүештә Рубеж урамында, “Касторама” гипермаркеты урынында төҙөлдө.

Был парк байтаҡ функцияларға яуап бирерлек итеп уйланылғайны. Биләмәһе 110 мең квадрат метр тәшкил итте. Ул чемпионат тамамланғас та буш тормаясаҡ. Был майҙанға айырым иҡтисади зона статусы бирелергә лә мөмкин. Р. Хәбиров Рәсәй президентына ошо ниәтте еткергәне хаҡында хәбәр итте. Федераль үҙәктән ярҙам булһа, республика был проектты тормошҡа ашыра алыр ине.

Әлегә инде шуны әйтер кәрәк: ҡайһы бер майҙансыҡтар спорт объекттары булараҡ файҙаланыласаҡ, бер өлөшө конгресс-күргәҙмәләр үткәреү өсөн буласаҡ, тағы бер аҙы пилотһыҙ авиация кластерына биреләсәк, ә БСК унда компанияһы төргәктәрҙе инновацион етештереүҙе көйләйәсәк.

750 миллион һумға һатып алынған ҡорамалдар ҙа Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә тос өлөш индерәсәк. Ҡорамалдар республиканың уҡыу йорттарына таратыласаҡ.Шулай итеп, һөнәри белем биреү учреждениеларының матди-техик базаһы 70 проценттан да ашыуға яңыртыласаҡ. Колледждарҙа 100-ләп заманса оҫтаханалар төҙөү ҙә планлаштырыла.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас