

Дүртөйлөләге йәмәғәт биләмәһе халыҡ-ара конкурста ҡатнаша. Проектты яҡларға теләһәгеҙ, тауыш бирегеҙ!
Дүртөйлө ҡалаһындағы “Ҡаланы ас” йәмәғәт биләмәһе проекты "Public Architecture" (Йәмәғәт архитектураһы) номинацияһы буйынса ярышта ҡатнашты һәм йәш архитекторҙарҙың Archdaily & Strelka Awards конкурсы финалына үтте. Проекттың авторҙары: ORCHESTRA DESIGN архитектура студияһы, Башҡортостандың Ҡала һәм ауылдарҙы үҫтереү институты, Дүртөйлө районы хакимиәте һәм Дүртөйлө халҡы.
Проектты нисек яҡларға?
Бөгөн тауыш биреү өсөн һуңғы көн! Еңеүселәрҙе 7 сентябрҙә халыҡ-ара “Киләсәк архитекторы” конференцияһы көтә.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.