

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән аҙналыҡ видеоселектор кәңәшмәһендә республика биләмәләрендә кәрәҙле элемтә селтәрҙәрен үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.
"Быйылғы йәй шуны күрһәтте: республика халҡы өсөн сифатлы кәрәҙле элемтә уңайлылыҡ ҡына түгел, ә уларҙың именлеге лә. Әле мин райондарҙа янғын ҡурҡынысы ҙурлығын күҙ уңында тотам, бындай осраҡта оператив хеҙмәттәргә, ирекмәндәргә элемтәлә булыу мөмкинлеге бик мөһим, - тип билдәләне Андрей Назаров. - Төбәк Башлығы Радий Хәбиров урындағы халыҡты сифатлы мобиль интернет менән тәьмин итеү мәсьәләһен йөкмәтте".
Республика дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, Башҡортостанда мобиль интернетҡа ихтыяж арта.
"Башҡортостан буйынса дөйөм картина түбәндәгесә. Халыҡтың 98 проценты 2G стандартындағы кәрәҙле элемтә сигналы менән тәьмин ителгән тораҡ пункттарҙа, 86 проценты 3/4G стандартындағы кәрәҙле элемтә булған биләмәләрҙә йәшәй. Ҡалған ике процентында бындай мөмкинлектәр юҡ: улар - халыҡ аҙ йәшәгән, йәиһә барып етмәҫлек урындарҙағы тораҡ пункттар", - тине Геннадий Разумикин.
Уның билдәләүенсә, элемтә операторҙары үҙ аҡсаһына инфраструктураны үҫтереү буйынса даими эш алып бара, шул иҫәптән быға тиклем элемтә хеҙмәттәренән, интернеттан файҙаланыу мөмкинлеге булмаған урындарҙа ла. 2020-2021 йылдарҙа республикала ике меңдән ашыу база төҙөлгән һәм яңыртылған.
Әгәр ҙә тиҙ арала элемтә талап ителһә, операторҙар бәләкәй база станциялары булдыра ала. Әйткәндәй, тап ошондай элемтә Хәйбулла районының ете ауылында үткәрелгән.
Республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская төбәктә сифатһыҙ мобиль элемтә йәки уның булмауы мәсьәләләре буйынса халыҡтан килгән мөрәжәғәттәргә анализ яһаны. 30 авгусҡа тиклем шундай 79 хәбәр ҡабул ителгән.
Фото: pravitelstvorb.ru