

Өфөлә Башҡортостан Төҙөлөш алып барыусылар ассоциацияһының күсмә ултырышы үткәрелде. Унда баш ҡалабыҙҙы комплекслы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, инвесторҙарҙың тәҡдимдәре ҡаралды.
Ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнашты. Ул тәүҙә Осоусы Кобелев урамында "ПСК-6" ойошмаһы төҙөгән “Акварель” торлаҡ комплексын ҡарап сыҡты.
“Төҙөлөш алып барыусылар ассоциацияһы һәм "ПСК-6" ҡаланың социаль инфраструктураһы мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша, беҙ хеҙмәттәшлекле артабан да шул рухта дауам итергә теләр инек, – тине Премьер-министр. – Элекке аңлашылмаусанлыҡтар артта ҡалды, хәҙер бөтәһе лә йәнләнеү йүнәлешендә бара. Беҙҙең яҡтан да яңылыҡтар бар. Улар араһында инфраструктураны үҫтереүгә кредит биреү, документтар әйләнешен тиҙләтеү һәм башҡаларҙы күрһәтергә мөмкин”.
Республика Хөкүмәтенең Төҙөлөш, архитектура һәм биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү департаменты етәксеһе Олег Байдин ултырышта ҡатнашыусыларҙы Өфөнө комплеслы үҫтереү проекты менән таныштырҙы, артабан уны камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр тыңланды.
Автор фотоһы.