Иҡтисад
3 Сентябрь 2021, 04:09

Баш ҡала уңайлы һәм зауыҡлы булһын

Өфөлә Башҡортостан Респуб­ликаһы Төҙөлөш алып барыусылар ассоциацияһының күсмә ултырышы үткәрелде.  Унда Өфөнө комплекслы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, инвесторҙарҙың тәҡдимдәре ҡаралды. Ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты.

 Андрей Назаров тәүҙә Осоусы Кобелев урамында “6-сы сәнәғәт-төҙөлөш комплексы” компанияһы төҙөгән “Акварель” торлаҡ комп­лексын ҡарап сыҡты.

– Төҙөлөш алып барыусылар ассоциацияһы, уға ингән төҙөлөш ойошмалары менән берлектә,  ҡаланың социаль инфраструк­тураһы мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша, беҙ хеҙмәттәш­лекте артабан да шул рухта дауам итергә теләр инек, – тине Премьер-министр. – Элекке бәхәстәр, аңлашылмаусанлыҡтар артта ҡалды, хәҙер бөтә эш йәнләнеүгә табан бара. Беҙҙең яҡтан да яңылыҡтар бар: инфраструктураны үҫтереүгә кредит биреү, документтар әйләнешен тиҙләтеү һәм башҡалар.

Республика Хөкүмәтенең төҙө­лөш, архитектура һәм биләмә­ләрҙе комплекслы үҫтереү департаменты етәксеһе Олег Байдин ултырышта ҡатнашыусыларҙы Өфөнө комплекслы үҫтереү проекты менән таныштырҙы, уны артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр тыңланды.

Сығыштарҙа билдәләнеүенсә, Өфөнөң комплекслы үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән майҙаны 1 133 гектар тәшкил итә. Был осраҡта авария хәлендәге, иҫкергән торлаҡ фонды ерҙәре, бығаса социаль инфраструктура өсөн уңайһыҙ тип һаналған урындар өҫтөнлөклө зоналар тип һанала. Баш ҡаланың 2040 йылға тиклемге генераль планы мәғлүмәттәренә ярашлы, яҡындағы егерме йылда төп төҙөлөш урындары “Көнбайыш дуға” тип аталған районға, йәғни Затон, Дим биҫтәләре, Миловка, Романовка, “Цветы Башкирии” ҡасабаларына тура килә. Был урындарҙа 6,8 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла, ә ундағы халыҡ 226 мең кешегә етәсәк.

 

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас