

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” ултырышы үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарынан яңы проекттарҙы тикшерҙеләр.
“Агропромбизнес” компанияһының генераль директоры Владимир Мохов Шишмә районында ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеүсе заманса комплекс төҙөлөшө проектын тәҡдим итте. Уның хаҡы – 510 миллион һум.
Компания 15 йыл дауамында үҫемлекселек менән шөғөлләнә һәм яңы проектын үҫтергән культураларҙы эшкәртеүгә йүнәлтә. Комплекс үҙ эсенә бойҙай, арпа һәм һолоно таҙартыу һәм киптереүҙе лә аласаҡ. Киләсәктә инвестор көнбағыш майын һығыу һәм һауыттарға тултырыу, шулай уҡ комбикорм етештереү буйынса цехтар төҙөмәксе.
Яңы комплекс өсөн майҙанда тикшереү эштәре тамамланған һәм проект документтары әҙерләнгән. Компания белгестәре технологик ҡорамалдар килтереү өсөн һөйләшеү алып бара.
Етештереүҙә 25 белгес мәшғүл буласаҡ. Владимир Мохов белдереүенсә, комплекс хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итәсәктәр. Бының өсөн Шишмә районының Сайран ауылында ике ҡатлы биш йорт төҙөләсәк.
– Ошондай ныҡ предприятиеның артабан үҫешеүе бик ҡыуандыра, – тине Радий Хәбиров. – Эшкәртеүсе етештереү булдырыу – беҙҙең республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш һәм мотлаҡ рәүештә был өлкәлә эшләгән ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙам итәсәкбеҙ.
Ярҙам сараһы булараҡ, проект өҫтөнлөклө тигән статус аласаҡ һәм уларға һалым ташламалары биреләсәк. Бынан тыш, инвесторға инженер инфраструктураһын булдырыу сығымдарының бер өлөшө ҡапланасаҡ.
“Ибраһим” компанияһы вәкиле Владимир Ткачук Ҡырмыҫҡалы районында тышҡы стена панелдәре етештереү буйынса завод төҙөргә теләүҙәре тураһында һөйләне.
Бында һүҙ 3D-плоттеры тимербетон әйберҙәр етештереү тураһында бара. Биналарҙы биҙәү өсөн быяла фибробетондан панелдәр, энергия һаҡлаусы фасадтар, шулай уҡ аҙ ҡатлы төҙөлөш өсөн йорт тупланмалары етештереләсәк. Инвестор яңы проектҡа 190 миллион һум аҡса һалырға һәм 25 эш урыны булдырырға йыйына.
“Инвестиция сәғәтендә” ҡатнашыусылар яңы заводты кәрәкле материалдар менән тәьмин итеү мәсьәләһен тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә Ҡырмыҫҡалы районы менән берлектә бер ай эсендә сеймал базаһын тикшерергә һәм предприятиены урынлаштырыу өсөн уңайлы майҙан табырға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.