

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика нефтселәрен һәм газ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы, тармаҡтың бер төркөм алдынғыларына юғары дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр тапшырҙы.
– һеҙ – республиканың ғорурлығы һәм таянысы, – тине ул, залда ултырғандарға мөрәжәғәт итеп. – Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, белдекле, яуаплы булыуығыҙ, республикаға оло ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең предприятиелар тиҫтәләрсә йылдар инде республика иҡтисадының локомотивы булып тора. “Газпром” менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙе үҙебеҙҙең стратегик эш тип иҫәпләйем.
Башҡортостан Башлығы “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең баш инженер урынбаҫары Сәлих Ҡоҙаҡаевҡа, “Газпром ПХГ” Ҡансура йәмғиәтенең Ҡансура идаралығы операторы Ғаяз Ванюркинға, “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең электр элемтәһе инженеры Татьяна Арбузоваға һәм башҡаларға юғары наградалар тапшырҙы.
Тантаналы йыйылыш республиканың, “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең, Өфө дәүләт нефть техник университетының ижади коллективтары концерты менән тамамланды.
Фото: glavarb.ru