Иҡтисад
3 Сентябрь 2021, 16:30

Иҡтисад аҡрынлап аяҡҡа баҫа

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром”дың республика ойошмалары менән хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе.

Иҡтисад аҡрынлап аяҡҡа баҫаИҡтисад аҡрынлап аяҡҡа баҫа
Иҡтисад аҡрынлап аяҡҡа баҫа

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең республика ойошмалары менән хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе.

Төбәк етәксеһе “Газпром Башҡортостанда” ассоциацияһынең хеҙмәт коллективтарын һөнәри байрамдары – Газ һәм нефть сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы һәм намыҫлы, сифатлы эштәре өсөн рәхмәт әйтте.

“Бөгөн беҙҙең иҡтисад аҡрынлап аяҡҡа баҫа, – тине Радий Фәрит улы. – Сәнәғәттә 3,5 процент үҫеш күҙәтелә. “Газпром”дың беҙҙең төбәктә ҙур инфраструктура һәм инновация проекттарын әүҙем тормошҡа ашырыуы бик мөһим. Ул республиканың юғары уҡыу йорттары менән ғилми эшмәкәрлекте, белгестәр әҙерләү өлкәһендә корпоратив бәйләнеште лә нығыта. Бөгөнгө экологик һәм климат шарттарында тәбиғи газды Башҡортостан өсөн таҙа энергия булараҡ файҙаланыу үтә мөһим".

Фото: glavarb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас