

Башҡортостанда 100 мең һум һәм унан да күберәк хеҙмәт хаҡы алыусылар эшләгән барлыҡ халыҡтың 4,7 процентын тәшкил итте. "FinExpertiza” халыҡ-ара аудитор-консалтинг" селтәре хәбәр итеүенсә, былтыр ошо күрһәткес беҙҙең төбәктә 3,2 процент булған.
Йөҙ мең һум эш хаҡы алыусыларҙың иң күбе файҙалы ҡаҙылма байлыҡ сығарыусылар араһында – 30,2 процент. Мәғлүмәт һәм элемтә тармағында ундайҙар - 27,7 процент, ауыл хужалығында – 3,1, ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә – 3,9, ҡунаҡхана һәм ресторан бизнесында 4,3 процент тәшкил итә,
“Рәсәйҙә эш хаҡы 100 мең һум һәм унан ашыуыраҡ булғандарҙың 36 проценты – Мәскәү ҡалаһында. Илдә тармаҡтар, төбәктәр араһында хеҙмәткә түләү айырмаһы үтә ҙур, пандемия был тигеҙһеҙлекте көсәйтте генә”, – ти "FinExpertiza Global” президенты Елена Трубникова.
Ошондай күләмдә эш хаҡы алғандар нигеҙҙә Мәскәү менән Санкт-Петербургҡа, Чукотка һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарына, Магадан, Сахалин, Мурманск өлкәләренә, Камчатка крайына тура килә.
Фото: zen.yandex.ru