Иҡтисад
4 Сентябрь 2021, 13:30

Инвестһабантуй ҡунаҡтарын ике аш-һыу фестивале көтә

Төп геройҙар итеп Лев Толстой һәм Антон Чехов алынған театрлаштырылған тамашала ниҙәр күрһәтеләсәк?

Инвестһабантуй ҡунаҡтарын ике аш-һыу фестивале көтәИнвестһабантуй ҡунаҡтарын ике аш-һыу фестивале көтә
Инвестһабантуй ҡунаҡтарын ике аш-һыу фестивале көтә

Хәбәр итеүебеҙсә, 10 сентябрҙә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола.  

Ҡатнашыусыларҙы, спикерҙарҙы, форум ҡунаҡтарын бай һәм эшлекле программа – сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессиялар көтә. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнашасаҡ.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: барлыҡ саралар "Роспотребнадзор"ҙың талаптарын теүәл үтәп ойоштороласаҡ.

Программаны ике аҙыҡ-түлек фестивале – Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале һәм “ҠымыҙFEST” тулыландырасаҡ.

Башҡортостан халыҡтарының милли аш-һыу төрлөлөгөн күрһәтеү идеяһы “Урал аръяғы-2020” инвестһабантуйы барышында, республиканың Премьер-министры Андрей Назаровтың Башҡортостандың аш-һыу атласын төҙөү тәҡдименә ярашлы барлыҡҡа килде. Шул саҡта республиканы төйәк иткән милләттәрҙең милли кухняһы фестивален үткәрергә ҡарар иткәйнеләр.

Ярты йыл дауамында сараға етди әҙерлек алып барылды: республиканың төрлө мөйөштәрендә ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырылып, Башҡортостан халыҡтарының иң үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ ризыҡтары һайлап алынды. Шулай итеп, Әбйәлил, Баймаҡ, Күгәрсен һәм башҡа бер нисә район башҡорт аш-һыуҙарын тәҡдим итәсәк. Йылайыр вәкилдәре рус кухняһы менән таныштырасаҡ. Бәләбәйҙәр сыуаш кухняһы ризыҡтарын алып киләсәк. Мари халҡының аш-һыуы тураһында Бөрө районы вәкилдәре һөйләйәсәк. Татар халҡының ризыҡтары менән бүздәктәр таныштырасаҡ, сөнки уларҙың был йәһәттән тәжрибәһе ҙур – йыл һайын “Бәлешфест” фестивален уҙғарып киләләр.

“Ҡымыҙ FEST” фестивалендә милли эсемлекте тәмләү һәм уны етештереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре биләмәләре эшләйәсәк. Ошонда уҡ “Йоматау”, “Шафран” кеүек билдәле шифаханалар үҙ эшмәкәрлеге менән таныштырасаҡ. Программала билдәле ҡымыҙ етештереүселәр, шифаханалар вәкилдәре, Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы университеты һәм "Роспотребнадзор" идаралығы белгестәре ҡатнашлығында "түңәрәк өҫтәл" ойоштороу ҙа ҡаралған.

Фестивалдең ҡыҙыҡлы мәлдәре бының менән генә бөтмәй. Ҡатнашыусыларҙы төп геройҙар итеп Лев Николаевич Толстой һәм Антон Павлович Чехов алынған театрлаштырылған тамаша көтә. Улар Башҡортостанда ҡымыҙ менән дауаланыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашасаҡ. Теләүселәр махсус биләмәлә бейә һауып, ҡолондарҙы ашатып ҡарай ала.

"Фестиваль йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан ысын мәғәнәһендә Рәсәйҙең ҡымыҙ етештереү үҙәге тип атала ала", - тип билдәләне Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы Башҡортостанда туризмды үҫтереү үҙәгенән Артур Иҙелбаев.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52591

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас