Иҡтисад
4 Сентябрь 2021, 18:20

Яңы мәктәп төҙөлөшө айҡанлы капсула һалынасаҡ

Был ваҡиға “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы мәлендә көтөлә.

Яңы мәктәп төҙөлөшө айҡанлы капсула һалынасаҡЯңы мәктәп төҙөлөшө айҡанлы капсула һалынасаҡ
Яңы мәктәп төҙөлөшө айҡанлы капсула һалынасаҡ

Ағымдағы йылдың 10 сентябрендә Сибай ҡалаһында үтәсәк “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы мәлендә ҡаланың 6-сы мәктәбе төҙөлөшө башланыу айҡанлы капсула һалынасаҡ.

Сибайҙың был мәктәбенең төҙөлөүенә – 68 йыл, ул 1953 йылда сафҡа индерелгән, 1989 йылда бинаға төкәтмә эшләнгән. Белгестәр баһаһына ярашлы, мәктәп бинаһы бөгөн 70 процентҡа иҫкергән. Уның ҡыйығы, тышҡы йөҙө, тәҙрәләре, иҙәндәренең торошо бик насар хәлдә. Ул эстән ағас менән бүленгән, ҡыйығы – шифер, стеналары шлакоблоктан күтәрелгән. Елләтеү, электр һәм һыу системаһы тулыһынса яңыртыуҙы талап итә. Бинала эҫе һыу селтәре юҡ, шуға күрә электр һыу йылытҡыстары менән ҡулланалар, ә был бик күп сығымға килтерә. Йыһаз һәм ҡорамалдар ҙа бик насар хәлдә.

Һәм бына, ниһайәт, III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы мәлендә 725 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп бинаһы төҙөлөшө башланыу айҡанлы капсула һалынасаҡ.

Әлеге мәлдә төҙөлөш майҙаны билдәләнгән, проектлауға техник задание әҙерләнгән һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт экспертизаһы идаралығына ебәрелгән.

“Социаль өлкә – бик һиҙгер тармаҡ. Ул кешеләргә бәйле эш итә, - тип билдәләне Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева. – Ул тарыған һәр ауырлыҡҡа беҙ тотош командабыҙ менән иғтибар бүлергә, яуаплы ведомстволар менән берлектә ярҙам итергә тейешбеҙ”.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: форумдың ойоштороусылары булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай.

Инвестиция һабантуйы барышында "Роспотребнадзор"ҙың барлыҡ талаптары үтәләсәк. Сара башланған көндә теркәлеү барышында 72 сәғәттән дә оҙағыраҡ ваҡыт үтмәгән ПЦР-тест һөҙөмтәһен күрһәтеү мотлаҡ.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас