

Төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы 30 июлдән алып бөтә республика буйынса “Сифатлы, урындағы, үҙебеҙҙеке” тип аталған ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарып килә. Бындай саралар урындағы етештереүселәргә үҙ тауарын киңерәк танытыу, ә ябай халыҡҡа миҙгелгә ярашлы аҙыҡ-түлекте – йәшелсә, бал, ит һәм балыҡ продукцияһын сағыштырмаса арзан хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеген бирә.
Кисә Белоретта ла ошондай йәрминкә үтте. Белорет, Учалы һәм Әбйәлил районы етештереүселәре халыҡҡа үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Сауҙа рәттәре йәшелсәнең күп төрҙәре, ит ярымфабрикаттары, өй шарттарында ыҫланған балыҡ, һөт ризыҡтары, бал, ҡымыҙ, боланут сәйе, икмәк һәм ҡамыр ризыҡтарынан һығылып торҙо.
Наталья Каликтың шәхси хужалығында үҫтерелгән йәшелсәне һәм емеш-еләкте бик теләп һатып алдылар. Наталья Юрьевна йәрминкәгә ижади йәһәттән дә ныҡлы әҙерләнеп килгән: сауҙа нөктәһен үҙе ижад иткән шиғырҙар менән биҙәгән. “Йәрминкә – бик яҡшы башланғыс һәм йәй буйы баҡсаһында тырышып эшләп, мул уңыш үҫтереп алып, һуңынан уны ҡайҙа итергә белмәгән баҡсасыларға ҙур ярҙам. Ойоштороусыларға рәхмәт!” – тине ул.
Металлургтар майҙанында сауҙа менән рәттән күңел асыу саралары ла гөрләне. Балалар рәхәтләнеп пониҙарҙа, егеүле атта йөрөнө, аттракциондарҙа күңел асты.
Шулай уҡ йәрминкә барышында халыҡ өсөн бушлай юридик ярҙам алыу, күсмә “Сәләмәтлек үҙәге”ндә терапевт, хирург, офтальмолог кеүек белгестәргә күренеү мөмкинлеге булдырылды. Ошо уҡ мәлдә “Дуҫлыҡ” скверында Йәштәр ялы үҙәгенә йөрөүселәр “Иҙел башы йәштәре” фестивален ойошторҙо.
Шулай итеп Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тарафынан ойошторолған йәрминкә ғаилә һәм йәштәр байрамына әйләнде. Сараларға бай көн бай йөкмәткеле концерт менән тамамланды.
“Белоретта бик матур байрам үтте, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова. – Уның ололарға ла, балаларға ла хуш килеүенә шатбыҙ. Ҡала бөгөн икенсе һулыш кисергән кеүек: бында парк төҙөкләндерелә. Күҙалланыуынса, ул Башҡортостандағы иң яҡшы йәмәғәт урындарының береһе буласаҡ. “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ихаталар күҙгә күренеп үҙгәрә, Иҙел башы халҡы тыуған төйәген тағы ла матурыраҡ итеү өсөн берләшә, әүҙемләшә. Йәшлек ҡаламдың үҫеше өсөн ныҡ ҡыуанам”.
“Металлургтар майҙанындағы ҡыҙыҡлы сара һәм байрамса мөхит өсөн ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, - тип, Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Сауҙа-сәнәғәт палатаһына һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. – Матур йөкмәткеле концерт ерле халыҡ өсөн яҡшы бүләк булды”.
Фото: Белорет ҡалаһы хакимиәте/Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.