

Башҡортостанда быйылғы тәүге ярты йыллыҡта 218 муниципаль инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылды, был үткән йылдың шул осоро менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк.
Дөйөм инвестиция күләме 18,7 миллиард һум тәшкил итте. Тамамланған проекттар буйынса Салауат ҡалаһы, Туймазы һәм Благовещен райондары алдынғы урындарҙы биләне.
“Муниципаль берәмектәрҙә инвестиция әүҙемлеге күтәрелеүе – иғтибир бүленгән мөһим йүнәлеш, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. – Әммә әүҙемлек инвестиция йәлеп итеүҙә генә түгел, ә эшҡыуарлыҡ йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеүҙе тотош алғанда ла кәрәк. Йүнселдәр бизнес менән шөғөлләнеп кенә ҡалмаһын, ә инвесторҙар кимәленә лә үҫешһен, яңы йүнәлештәр тәҡдим итһен, өҫтәмә эш урындары булдырһын. Ошондай әүҙемлек иҡтисадҡа ыңғай йоғонто яһай ҙа инде”.
“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, инвестиция күрһәткестәре буйынса ыңғай динамика 30 мунииципалитетта күҙәтелә.
Фото: pravitelstvorb.ru.