Иҡтисад
6 Сентябрь 2021, 16:15

Туймазылар күперҙең сафҡа инеүен көтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәс, 2021 йылдың мартында күпер төҙөлөшөнә аҡса бүленә. Төҙөлөштө 2022 йылда тамамлау күҙаллана.

Туймазылар күперҙең сафҡа инеүен көтәТуймазылар күперҙең сафҡа инеүен көтә
Туймазылар күперҙең сафҡа инеүен көтә

Туймазы районы халҡы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Әгертамаҡ биҫтәһендәге төҙөлөп бөтмәгән күпер төҙөлөшөнә иғтибар итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Был һорауҙы улар 2020 йылдың декабрендә үткән матбуғат конференцияһында яңғыратыу өсөн ебәргән ине.

Мөрәжәғәттең авторы Рөстәм Фәтхетдинов әйтеүенсә, төҙөлөш 2019 йылда башланған, күперҙе төҙөгәндәр, әммә уға тиклем килеү юлдары юҡ.

“Төҙөлөшкә 80 миллион һум бюджет аҡсаһы тотонолған. Уны тамамлау өсөн тағы 50 миллион һум аҡса кәрәк. Был проект тормошҡа ашырылырмы? Әллә күпер төҙөлөшө оҙайлыға әйләнерме?” – тип яҙҙы Рөстәм Фәтхетдинов.

Туймазы районы хакимиәтенең аңлатмаһына ярашлы, Көнсығыш биҫтәһендә Өҫән йылғаһы аша күпер 2018 йылда һалына башлай. Төҙөлөш барышында проект-смета документтарында иҫәпкә алынмаған өҫтәмә эштәр асыҡлана. Ошо хәлдән һуң проект ойошмаһы документтарға төҙәтмә индерә һәм проектҡа ҡабаттан экспертиза үткәрә.

2019 йылдың октябрендә генераль подрядсы менән килешеү өҙөлә. 2020 йылдың территориаль заказына объект индерелмәй, ошо сәбәпле былтыр күпер төҙөлөшө алып барылмай.

Төҙөлөштө тамамлау һәм объектты сафҡа инереү өсөн Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына әлеге объектты 2021 йылдың территориаль заказына индереүҙе һорап заявка ебәрелә. 2021 йылдың мартында күпер төҙөлөшөн тамамлауға аҡса бүленә. Төҙөлөштө 2022 йылда тамамлау күҙаллана.

Әлеге ваҡытта барлыҡ автомобиль хәрәкәте “Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы” юлында ятҡан Өҫән күпере аша ойошторола.

8 сентябрҙә (шаршамбы) 19.00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы республика халҡының, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Тура эфирҙы БЮТ, Башҡортостан 24, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдары һәм республика Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәләре аша ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Радий Хәбировҡа теләге булған һәр кем үҙ һорауын бирә ала. Быны ике төрлө алым ярҙамында эшләп була:

  1. Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә комментарий ҡалдырырға (vk.com/radiyhabirov, facebook.com/radiyhabirov, ok.ru/radiyhabirov, instagram.com/khabirovradii).
  2. Видеоһорау ҡалдырырға. Уны мобиль телефондың камераһына яҙҙырып, glavarb.ru сайтының махсус бүлегенәи ҡуйырға.

Фото: Туймазы районы хакимиәте.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас