

Башҡортостан Хөкүмәтенең 6 сентябрҙә үткән ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров юл буйҙарында автомобилдәргә газ яғыулығы ҡойоу станциялары төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе.
Төбәк предприятиелары һәм ойошмалары һуңғы йылдарҙа транспорт сараларын тәбиғи газ яғыулығына күсереүгә әүҙем тотонған. Миҫал өсөн әйткәндә, "Башавтотранс" автобустарының 256-һы, йәғни алтынан бер өлөшө газ менән йөрөй. Тик әле республикала ундайҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән 28 генә станция бар.
– Бензинға һәм дизелгә алмаш рәүешендә газ файҙаланыусы ойошмалар ғына түгел, кешеләр ҙә күбәйә, – тине Андрей Назаров. – Тимәк, артабан алдыбыҙға газ яғыулығы ҡойоу станцияларын арттырыу, ғөмүмән, был йәһәттән инфраструктураны яҡшыртыу талабы килеп баҫа. Шулай уҡ дәүләт менән бизнестың үҙ-ара эш итеүе шарттарын һәм тәртибен аныҡ билдәләргә, моторға иҫәпләнгән газ яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса сараларҙы норматив йәһәттән көйләргә кәрәк буласаҡ.
Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев газ яғыулығы станцияларын төҙөүгә субсидия алыу мөмкинлеге хаҡында һөйләне. 2020 йылда Башҡортостан газ мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү кимәле буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 10-сы урынға сыҡты, тине ул. Шулай уҡ газ ҡойоу станциялары һаны йәһәтенән былтыр 5-се урында килгән республикабыҙ быйыл 3-сө баҫҡысҡа күтәрелгән.
Пландарға ҡарағанда, 2023 йылға тиклем беҙҙә йәнә 20 АГЗС асыласаҡ, 2024 йылдың аҙағынаса иһә улар тотош Башҡортостан буйынса 58-гә етәсәк.
– Бөгөн "Tesla" компанияһы йылдам үҫә, уның кеүек гигант автозаводтар электромобилдәр етештереүгә ҙур иғтибар бүлә, – тине Премьер-министр. – Шуға ла беҙгә яғыулыҡ ҡойоу станцияларында газ менән дә, электр энергияһы менән дә тәьмин итеү мөмкинлеген тыуҙырырға кәрәк. Ул водителдәр өсөн ныҡ уңайлы булыр ине.
Александр Шельдяев белдереүенсә, бөгөн үк республика юлдарында 160 электромобиль йөрөй. Уларҙы энергия менән туҡландырыусы 10 станция бар: Өфөлә – алтау, Нефтекамала – икәү, Бишбүләк һәм Өфө райондарында – берешәр. Быйыл баш ҡалабыҙҙа шундай тәғәйенләнешле тағы өс станцияла асыласаҡ, тине министр.
Фото: vk.com