Иҡтисад
8 Сентябрь 2021, 10:50

Өфөлә Амантай урамындағы сквер төҙөкләнә

Мөғин Нагаев исемендәге гвардия скверын төҙөкләндереү тураһындағы һорау Башҡортостан Башлығының декабрь айында үткән матбуғат конференцияһы мәлендә күтәрелгәйне.

Өфөлә Амантай урамындағы сквер төҙөкләнәӨфөлә Амантай урамындағы сквер төҙөкләнә
Өфөлә Амантай урамындағы сквер төҙөкләнә

Өфөләге Ғабдулла Амантай урамындағы сквер ҡала халҡының фекерен иҫәпкә алып төҙөкләндереләсәк. Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Киров районы хакимиәтендә Мөғин Нагаев исемендәге гвардия скверын төҙөкләндереү проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үтте. Унда Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов та ҡатнашты. Ул биҫтә халҡын генерал Миңлеғәле Шайморатов орденының беренсе кавалеры, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире Мөғин Кәрим улы Нагаевтың биографияһы менән яҡындан таныштырҙы.

Асыҡ фекер алышыу Мөғин Нагаев исемен йөрөткән 160-сы лицейҙа ойошторолдо. Мәғариф учредениеһына ла, скверға ла исем республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы бирелде.

Скверҙы төҙөкләндереү проекты менән Ҡала дизайны үҙәгенең әйҙәүсе архитекторы Дарья Ковшенина таныштырҙы. Ул һөйләүенсә, бында яңы юл япмаһы һалынасаҡ. йәшелләндереү эштәре башҡарыласаҡ, яҡтыртыу системаһы, скверҙың һөҙәк ерҙәрен таҙартыу һәм нығытыу эштәре башҡарыласаҡ.

Фекер алышыуҙа Өфө ҡала Советы депутаты Ирина Николаева, БР Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Вил Төхвәтуллин һәм ошо районда йәшәүселәр ҡатнашты. Биҫтә халҡы скверҙа ниндәй ағастар ултыртыласағы, һыу ағыу системаһы нисек буласағы менән ҡыҙыҡһынды. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтың фекерҙәре, тәҡдимдәре иҫәпкә алынасаҡ.

Шуны ла иҫкә төшөрөргә кәрәк: Гвардия скверын төҙөкләндереү тураһындағы һорау Башҡортостан Башлығының декабрь айында үткән матбуғат конференцияһы мәлендә күтәрелгәйне. Ул саҡта Радий Хәбиров, скверҙы мотлаҡ тәртипкә килтерергә кәрәк, ул данлыҡлы яҡташыбыҙҙың исеменә лайыҡлы булырға тейеш, тип белдергәйне.

Бөгөн, 8 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы ҙур Тура бәйләнеш уҙғара. Тура эфирҙы БЮТ, Башҡортостан 24, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдары һәм республика Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәләре аша ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Радий Хәбировҡа теләге булған һәр кем үҙ һорауын бирә ала. Быны ике төрлө алым ярҙамында эшләп була:

Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә комментарий ҡалдырырға (vk.com/radiyhabirov, facebook.com/radiyhabirov, ok.ru/radiyhabirov, instagram.com/khabirovradii).

Видеоһорау ҡалдырырға. Уны мобиль телефондың камераһына яҙҙырып, glavarb.ru сайтының махсус бүлегенә ҡуйырға.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас