Иҡтисад
8 Сентябрь 2021, 11:45

Инвестһабантуйҙа еңеүселәр бүләкләнәсәк

Сибайҙа үтәсәк инвестиция һабантуйында "Global Management Challenge" Халыҡ-ара чемпионатының төбәк этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була.

Инвестһабантуйҙа еңеүселәр бүләкләнәсәкИнвестһабантуйҙа еңеүселәр бүләкләнәсәк
Инвестһабантуйҙа еңеүселәр бүләкләнәсәк

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 10 сентябрҙә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Ҡатнашыусыларҙы, спикерҙарҙы, форум ҡунаҡтарын бай һәм эшлекле программа – сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессиялар көтә. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнашасаҡ.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: барлыҡ саралар "Роспотребнадзор"ҙың талаптарын теүәл үтәп ойоштороласаҡ.

Инвестһабантуй сиктәрендә  Global Management Challenge стратегия һәм бизнесҡа идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың төбәк этабы финалы еңеүселәрен бүләкләү була. Финал 9 сентябрҙә үтә.

Global Management Challenge - стратегик беренселек буйынса донъяла иң ҙур чемпионат. Унда ҡатнашыусылар комплекслы компьютер бизнес- симуляторы ярҙамында бер ай  идара итеү тәжрибәһен аласаҡ, шул уҡ ваҡытта ул урта кампанияларҙа йылдар буйы эшләй. Шулай уҡ чемпионат теоретик белемде практикала ҡулланыу мөмкинлеге бирә һәм бизнес-белем биреүгә әйҙәп барыусы донъя тәжрибәһен берләштереп, төп идара итеү  һәм шәхси күнекмәләрҙе эшләргә ярҙам итә.

- "Global Management Challenge" чемпионаты - ҡатнашыусылар өсөн бына тигән ҡорал, ул идара итеү өлкәһендә белемдәрҙе һәм мөмкинлектәрҙе киңәйтергә киң офоҡтар аса. Заманса технологиялар бер урында ғына тормай, бер-береһен уҙып китә. Теге йәки был өлкәлә уларҙы нисек тиҙерәк үҙләштерә алаһығыҙ, хеҙмәт баҙарында иң ҙур һорау менән файҙаланылған белгес буласаҡһығыҙ. Был чемпионат тиҙ ваҡыт эсендә үҙенең идара итеү һәм шәхси сифаттарҙы камиллаштырыуға мөмкинлек бирә. Хәҙер финалға сыҡҡан команда Түбәнге Новгородтағы ярыштарҙа беҙҙең республика данын лайыҡлы яҡлар тип ышанам, - тип билдәләп үтте Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.

Кисә онлайн-режимда чемпионатта ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу туры үтте, иртәгә республикала иң яҡшы команда билдәле буласаҡ һәм еңеүсе команда 24-25 сентябрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Фото:"Сибайский рабочий"



Автор:Карима Усманова
Читайте нас