

Сибайҙа үтәсәк “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар күңелендә оҙаҡ ваҡыт һаҡланыр сағыу ваҡиғалар күп булмаҡсы. Шуларҙың береһе - ҡалала "Нуленсе километр" билдәһен асыу.
Сарала ҡатнашыусылар, спикерҙар, власть етәкселәре, депутаттар, форум ҡунаҡтары, блогерҙар һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре менән берлектә Урал аръяғының мәҙәни баш ҡалаһына әүерелгән Сибай ҡалаһының үҙәк урамдары аша йәйәүләп үтеп, уның иҫтәлекле урындарын ҡараясаҡ, арт-объекттар менән танышасаҡ. Бындай уртаҡ сәфәр ярҙамында ойошторусылар ҡаланың иҫтәлекле урындарына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға, ҡунаҡтарҙың һәм ҡала халҡының иғтибарын экологик проблемаларға йәлеп итергә ниәтләй.
Шулай уҡ "Нуленсе километр" билдәһен асыу ҙа ҡала халҡы, шул иҫәптән ҡунаҡтар өсөн бик иҫтәлекле буласаҡ. Әйткәндәй, бындай тамға Өфөлә Ленин урамындағы Почтамт эргәһендә ҡуйылған.
Инвестһабантуйҙа ҡатнашыусылар "Ҡаланы йәйәүләп йөрөп сыҡ!" Бөтә Рәсәй акцияһында ла ҡатнаша. "Ҡаланы йәйәү йөрөп сыҡ!" проекты 2021 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында үткән халыҡ-ара иҡтисади форум сиктәрендә башланғыс алды һәм ул экологик йәһәттән күп ҡалаларҙа йүнәлеш ала.
Инвестһабантуй Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола. Шуны ла билдәләргә кәрәк: барлыҡ саралар "Роспотребнадзор"ҙың талаптарын теүәл үтәп ойоштороласаҡ.
Фото: Сибай ҡала хакимиәте.