

Сибай ҡалаһы өсөнсө тапҡыр Бөтә Рәсәй күләмендә үткәрелгән ҙур масштаблы сараның майҙансығына әүерелә. Иртәгә үк ҡалала “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланасаҡ.
Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола.
Ҡатнашыусыларҙы, спикерҙарҙы, форум ҡунаҡтарын бай һәм эшлекле программа – сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессиялар көтә. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнашасаҡ.
Инвестһабантуйҙың үҙенсәлекле форматы бизнес-форумды ысын байрамға әйләндерәсәк. Сараны республика милли аш-һыу конкурс-фестивале һәм “ҠымыҙFEST” тулыландырасаҡ, шулай уҡ халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, милли йолаларын, көнкүрешен сағылдырған төрлө күргәҙмәләр эшләйәсәк, ҡала, республика һәм Рәсәй сәнғәт йондоҙҙарының бай концерт программаһы көтөлә.
Фото һәм видео: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.