

Иртәгә, 10 сентябрҙә, "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйы башлана. Сибай ҡалаһы өсөнсө йыл рәттән инвестициялар йәлеп итеү үҙәгенә генә түгел, ә мәҙәни майҙанға ла әүереләсәк.
Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандың быйыл Рәсәйҙә инвестиция климаты рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инеүе нигеҙе - хакимиәттәрҙең бизнес өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуында. Был тырышлыҡты эшҡыуарҙар үҙҙәре лә баһалаған.
"Республика был йәһәттән иң яҡшы тәжрибәләрҙе ҡулланып ҡына ҡалмай, ә башҡа төбәктәргә таратырлыҡ тәҡдимдәрен дә индерә. Был эштәге иң яҡшы өлгө - Башҡортостандың эксперттар менән хеҙмәттәшлеккә бизнес-шерифтарҙы йәлеп итеү тәжрибәһе. Ошо ысул хәҙер Ставрополь өлкәһендә киң ҡулланыла", - тине С. Чупшева.
Инвестһабантуйға меңдән ашыу ҡунаҡ килеүе көтөлә, улар араһында сәйәсәт, бизнес даирәһендә, медиа өлкәһендә киң танылған вәкилдәр, шул иҫәптән "Уралсиб" банкының Күҙәтеү советы рәйесе Евгений Коган, "Макдоналдс"тың Рәсәйҙәге генераль директоры Марк Карен да бар.
Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Сибай бөгөн инвестициялар йәлеп итеү һәм республикала сәнәғәт үҫеше урынына әүерелә.
"Форум эшлекле климат формалаштырыуға, республиканың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға йәнә бер этәргес булыр тип ышанам. Башҡортостан Хөкүмәте бында ыңғай үҙгәрештәр булһын өсөн барлыҡ шарттар тыуҙыра. Бөгөн Сибай хаҡлы рәүештә республиканың иҡтисади, мәҙәни, белем биреү үҙәге булып һанала. Унда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы өсөнсө тапҡыр үткәрелә", - тине Радий Хәбиров.
Программаны Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале һәм “ҠымыҙFEST” тулыландырасаҡ. шулай уҡ Милли кейемдәр парады үтәсәк, кис ҡаланың, төбәктең, илдең сәхнә оҫталары сағыу, бай йөкмәткеле концерт ҡуясаҡ.
Барлыҡ саралар "Роспотребнадзор"ҙың талаптарын теүәл үтәп ойошторола.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.