Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Сентябрь 2021, 21:45

"Макдоналдс" менән дуҫлыҡ нығый

Бөгөн төҙөлгән килешеү нигеҙендә йәнә ете ресторан һәм социаль ҡунаҡхана төҙөләсәк.

"Макдоналдс" менән дуҫлыҡ нығый
"Макдоналдс" менән дуҫлыҡ нығый

Бөгөн Сибайҙа үткән III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Макдоналдс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Марк Карен республика Хөкүмәте менән Рәсәйҙәге алдынғы йәмәғәт туҡланыуы селтәре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Документ ике яҡлы хеҙмәттәшлектең аныҡ йүнәлештәрен билдәләй, шул иҫәптән социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса ла. Шулай, алдағы биш йылда “Макдоналдс” төбәктә етегә тиклем яңы йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы төҙөргә йыйына. Унда 600 самаһы эш урыны булдырыласаҡ. Дөйөм инвестиция күләме 650 миллион һум тәшкил итәсәк.

Шулай уҡ компания Башҡортостанда “Роналд Макдоналдстың ғаилә бүлмәһе” тип аталған бушлай ғаилә ҡунаҡханалары асыу мәсьәләһен дә тикшерә. Бында республиканың балалар дауалау ойошмаһының береһендә оҙайлы дауа алған балаларҙың ата-әсәһе йәшәй ала. “Бүлмә” ял һәм ғаилә уңайлылығы булдырыу урыны тип күҙаллана. Бында уйын, зал, йоҡо, аш-һыу, ванна бүлмәләре буласаҡ. Шулай итеп, ҡунаҡханаға эләккән ғаилә ваҡытлыса булһа ла дауаханала ятҡандарын онотоп тора аласаҡ.

Билдәле булыуынса, “Макдоналдс” - илдәге танылған йәмәғәт туҡланыуы селтәре. Уның 60 төбәктә 780-дән ашыу предприятиеһы бар. Компания ресторандарында 60 мең кеше эшләй.

"Макдоналдс" Рәсәйҙәге тауарҙарының 99 процентын ватан ташыусыларынан ала. Был предприятиеларҙа улар 160000 эш урыны булдырған. “Макдоналдс”тың илдәге дөйөм инвестиция күләме 2,5 миллиард доллар тәшкил итә. Шулай уҡ был компания йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә иң ҙур һалым түләүсе лә (Рәсәйҙәге өйҙән тыш туҡланыу индустрияһының 25 проценты).

Башҡортостанда әле “Макдоналдс”тың 12 предприятиеһы эшләй. Уларҙың унауһы - Өфөлә, ә Стәрлетамаҡ менән Нефтекамала - берәр.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: