Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Сентябрь 2021, 20:30

Ҡороттан эшләнгән торт та булды!

Инвестһабантуйҙа Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале һәм “ҠымыҙFEST” нисек үтте, унда ҡайһы райондарҙың уңғандары ҡатнашты?

Ҡороттан эшләнгән торт та булды!
Ҡороттан эшләнгән торт та булды!

Сибай ҡалаһында үткән III Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйын ике аҙыҡ-түлек фестивале – Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале менән “ҠымыҙFEST” тулыландырҙы.

Башҡортостан халыҡтарының милли аш-һыу төрлөлөгөн күрһәтеү идеяһы Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровтың төбәктең аш-һыу атласын төҙөү тәҡдименә ярашлы барлыҡҡа килде. Ошоға ярашлы, республикалағы милләттәрҙең милли кухняһы фестивален үткәрергә ҡарар иткәйнеләр. Билдәле булыуынса, былтыр инвестһабантуйҙа "Ҡаҙ һәм бал" гастрономия фестивале ойошторолдо.

Ярты йыл дауамында сараға етди әҙерлек алып барылды: республиканың төрлө мөйөштәрендә ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырылып, Башҡортостан халыҡтарының иң үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ ризыҡтары һайлап алынды. 

Был юлы ла Хәйбулла уңғандары һөт ризыҡтарын әҙерләүгә етди иғтибар биреп, райондың брендына әүерелгән ҡоротто эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте, уның әллә күпме төрөн тәҡдим итте. Муйыллы, сейәле, ҡарағатлы, укроплы, киптерелгән, ыҫланған - барыһы ла күргәҙмәлә түрҙән урын алды. Хәйбуллалар хатта ҡороттан торт та эшләп алып килгәйне.

Белорет районының Рысаҡай ауылы уңғандарының да ҡороттары күп ине. "Ҡоҙасалар" фольклор ансамбле ағзалары был ризыҡҡа ҡарата бик матур таҡмаҡтар ҙа сығарған, бейеү һалған. Йылайыр районы вәкилдәре иһә рус кухняһы менән таныштырҙы. Мариҙарҙың аш-һыуын иһә Бөрөнән килгәндәр тәҡдим итте, уларҙың данлыҡлы алмалары ла булды. Татар халҡының ризыҡтары менән бүздәктәр таныштырҙы. Билдәле булыуынса, улар йыл һайын “Бәлешфест” фестивале үткәрә. Был байрамға ла үҙҙәренең брендҡа әйләнгән "Бүздәк соусы", "Бүздәк компоты"н, шифалы үләндәрен һ.б. алып килгәндәр.

Ә Мәләүез районының мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре урындағы брендҡа әйләнгән ҡыҙыл эремсек менән сейәле май тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе. "Мәләүез ынйылары" халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе - Гөлсөм Хисаметдинова) Башҡортостан данын Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур ҡалаларында үткән һабантуйҙарҙа ла яҡлаған.

Шишмә районынан Нурия Мирғәлиева ауырлығы утыҙ килограмдан ашыулыҡ урама бешергән.

“Ҡымыҙ FEST” фестивалендә милли эсемлекте етештереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре биләмәләре эшләне. Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Сәриә Аҡбулатова кәзә ҡымыҙы, кәзә һөтөнән әҙерләнгән сыр, ҡорот, ҡаймаҡ кеүек ризыҡтар тәҡдим итте.

Барлыҡ саралар "Роспотребнадзор"ҙың талаптарын теүәл үтәп ойошторола.

Автор фотолары.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: